Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Октябрь 2018, 12:23

Әйҙәнеләр бары иманға

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә VI Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы үтте. Республиканың мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Сибай сәнғәт колледжы, «Ағинәйҙәр» ҡоро ойошторған сарала Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Учалы, Ейәнсура, Белорет, Туймазы райондарынан 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шуларҙың 22-һе мөнәжәтте яңғыҙ башҡарһа, 16 коллектив та һынау тотто.

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә VI Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы үтте. Республиканың мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Сибай сәнғәт колледжы, «Ағинәйҙәр» ҡоро ойошторған сарала Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Учалы, Ейәнсура, Белорет, Туймазы райондарынан 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шуларҙың 22-һе мөнәжәтте яңғыҙ башҡарһа, 16 коллектив та һынау тотто.
Башҡорт халыҡ ижадының һирәк яңғыраған өлгөләрен һаҡлауҙы, мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендәге Ҡөръән сүрәләренең шиғри варианттарын яттан белеүселәрҙе хуплауҙы төп маҡсат итеп алған конкурста ярыш ошо өс номинацияла барҙы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Гран-прины Ырымбур өлкәһе Новосергеевка районынан Флүзә Хәлитова яуланы.
—Иҫке Юлдаш ауылынан 10 кеше конкурсҡа беренсе тапҡыр килдек. Сара бик оҡшаны. Сит сәхнәлә тулҡынлана-тулҡынлана сығыш яһаһам да, еңеүгә өлгәшеүемә бик шатмын,—тине Флүзә ханым, ҡыуанысын йәшермәй.
Мөнәжәтте яңғыҙ башҡарыусылар араһында 1-се урынға Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Фатима Айытҡолова сыҡты.
—Райондан 3 кеше килдек. Матрайҙан—Гөлсирә Сәйетова, Яманһаҙҙан Гөлнур Йәнсурина ҡатнашты. Гөлнур «Сүрә» номинацияһында 2-се урынға өлгәште,— тип яҡташын ҡотланы Фатима Айытҡолова.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Илдар Юнысов та «Нәсихәт» номинацияһында 2-се урын яуланы. Әбйәлилдең Красная Башкирия ауылынан Гөлсәсәк Зәйнуллина «Сүрә» номинацияһында 3-сө урында билдәләнде. «Мөнәжәт» номинацияһында шулай уҡ Әбйәлил районының Атауҙы ауылынан Мәҙинә Fәбитова бүләкләнде.
Коллективтар араһында Гран-при Сибай сәнғәт колледжының «Беҙҙең киләсәк» фольклор ансамбле өлөшөнә төштө. 1-се урынды «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбле менән Баймаҡ районының Иҫке Сибай ансамбле бүлеште. «Нәсихәт» номинацияһында «Яугүл» ҡумыҙсылар халыҡ фольклор ансамбле 3-сө дәрәжәле диплом менән бүләкләнде. «Мөнәжәт» номинацияһында Әбйәлил районының «Гөлнәзирә» ансамбле 3-сө урын яулап ҡайтты.
Балалар араһында Гөлсөм Исмәғилева (Ейәнсура), Зилиә Ҡарағужина (Магнитогорск), Ильяс Йәнбәков (Ейәнсура), Фәрхәт Йәһүҙин (Магнитогорск) мөнәжәт, нәсихәт, сүрәләрҙе иң оҫта башҡарыусылар тип табылды. «Мираҫ» ансамбле, Fәйшә Fәбитова, Гөлсирә Сәйетова, Лена Хафизова, Нәсимә Хәйбуллина, Вәсилә Дәүләтбаева, Мәрйәм Ситдыҡова, Сафия Халфетдинова, Рәүилә Ишемғолова, Фәниә Минһажева, Лилиә Шәйәхмәтова, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының ағинәйҙәр ҡоро, «Йырау» коллективы сарала иң әүҙем ҡатнашыусылар тип табылды.
«Мөнәжәт» номинацияһында 1-се урын алған Зөбәйҙә Ҡәләмова Учалы ра-йонының Сораман ауылынан килгән.
—Бынан 45 йыл элек Сибай педагогия училищеһын тамамлағайным. Шуға ла был тарафтарға ашҡынып, талпынып, йәшлек эҙҙәремде юллап килдем. «Ясин» сүрәһенең 83 аятын да ятланым,—ти элекке уҡытыусы Зөбәйҙә Fилметдин ҡыҙы.—Балаларға белем биреүгә күп көс һалдым, мәктәптә музей астым. Хаҡлы ялда ла тик ултырмайым, ололар өсөн үткәрелгән «Әүҙем быуын» Рәсәй конкурсында ҡатнашып 25 мең һумлыҡ грантҡа эйә булдым. Йәй Троицк ҡалаһында үткән Рәсүлев уҡыуҙарында мөнәжәт, нәсихәттәр әйтеп 1-се урын яуланым.
Ырымбур өлкәһенән килгән матур ханымдар—Мәйсәрә Аҙнабаева, Рәйлә Йәғәфәрова, Рәйнә Салдеевалар ҙа конкурстың юғары кимәлдә ойошторолоуын, саранан бик ҡәнәғәт булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мәҙинә Мансурова.
Һүрәттә: «Яугүл» фольклор ансамбле.