АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Сентябрь 2018, 07:49

Башҡортса йәнһүрәт ҡарағыҙ!

Бала сағыбыҙҙы хәтерләткән «Йәнһүрәт башланды!»,—тигән һүҙҙәрҙе онотоу мөмкин түгел. Уйнап йөрөгән ерҙән, өйгә йүгерешеп ҡайтып, зәңгәр экрандар алдына йыйылыр инек. Мөғжизәле әкиәттәр донъяһы, төрлө образдар беҙҙе сихри донъяға алып китә ине...Хәҙерге заманда зәңгәр экрандарҙан йәнһүрәттәрҙе көнө буйы ултырһаң да ҡарап бөтөрлөк түгел. Улар күплеге һәм төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра. Әммә балаға аңлашылып етмәгән, ҡатмарлы сюжетлы, әхлаҡи яҡтан кире йоғонто яһаған йән-һүрәттәр күберәк урын биләй.

Бала сағыбыҙҙы хәтерләткән «Йәнһүрәт башланды!»,—тигән һүҙҙәрҙе онотоу мөмкин түгел. Уйнап йөрөгән ерҙән, өйгә йүгерешеп ҡайтып, зәңгәр экрандар алдына йыйылыр инек. Мөғжизәле әкиәттәр донъяһы, төрлө образдар беҙҙе сихри донъяға алып китә ине...
Хәҙерге заманда зәңгәр экрандарҙан йәнһүрәттәрҙе көнө буйы ултырһаң да ҡарап бөтөрлөк түгел. Улар күплеге һәм төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра. Әммә балаға аңлашылып етмәгән, ҡатмарлы сюжетлы, әхлаҡи яҡтан кире йоғонто яһаған йән-һүрәттәр күберәк урын биләй. Көсһөҙҙө көслө йәберләй, яҡшыны яманлыҡ, яһиллыҡ еңә, аяуһыҙ итеп туҡмауҙар, машинанан тапап үткәс кире килеп тороуҙар, геройҙарҙың бер-береһенә тик мутлыҡ уйлап йөрөүе лә әле генә формалаша башлаған бала психикаһына кире йоғонто яһамай ҡалмай. Балаларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәттәрендә шул йәнһүрәт геройы кеүек ҡыланыуҙы, тупаҫ мөғәмәләне күрергә була. Үҙебеҙҙең бала саҡта ҡараған изгелекле, яғымлы, яҡшылыҡҡа өндәгән йәнһүрәттәр зәңгәр экрандарҙа юғала бара.
Шуның өсөн дә коллегам, «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы педагог-психологы Әмәтова Рәйлә Марат ҡыҙы менән кәңәшләшкәндән һуң, башҡорт телендә йәнһүрәт төшөрөргә булдыҡ. Беҙ «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһына ҡыҙын йөрөтөүсе атай Көмөшҡолов Руслан Самиғулла улы (оператор), ҡасандыр беҙҙең балалар баҡсаһына йөрөгән бала, 9-сы лицей уҡыусыһы Зөбәйерова Наҙгөл ҡатнашлығында пластилин һәм уйынсыҡтар ярҙамында башҡорт халыҡ әкиәте «Ирәндек» мотивына ҡоролған йәнһүрәт эшләнек. Уның аша тыуған телгә һөйөү тәрбиәләү, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады һәм тыуған ҡалабыҙҙы уратып алған хозур тәбиғәтле мөхит менән таныштырыу беҙҙең тәү маҡсат булып торҙо. Үҙебеҙҙең балалар баҡсаһы кескәйҙәре тәүге тамашасылар булды. Йәнһүрәт бәләкәстәр тарафынан бик йылы ҡабул ителде.
Үткән йылда «БашМульт-2017» II Башҡорт фестивале сиктәрендә үткәрелгән асыҡ конкурста «Ирәндек» йәнһүрәте менән ҡатнашып, тамашасы һөйөүен яулап, кубок һәм дипломдар менән бүләкләнгәйнек.
Быйыл Бөрө ҡалаһында «Йәнһүрәт фестивале-2018» үтте. Уны «Ток-центр Умникум» анимациялар студияһы ойошторҙо. Фестиваль географияһы төбәк сиктәренән сығып, Бөтә Рәсәй фестивале статусын алды. Беҙ «Ирәндек» йәнһүрәте менән ошо фестивалдә ҡатнашып, «Ҡурсаҡ Маша» номинацияһында беренсе урынды яулап, дипломдарға лайыҡ булдыҡ. Ә инде дөйөм күрһәткестәр буйынса Гран-при кубогы менән бүләкләндек.
Шулай итеп, күңел һалып, тырышып йәнһүрәт эшләүебеҙ бушҡа булманы. Әкиәттәге изгелек яҡлы Оморҙаҡ яҡшылыҡҡа өйрәтһә, ҡомһоҙ Бай балаларҙы яманлыҡтан, яһиллыҡтан ҡурсалай.
Беҙ эшләгән башҡорт телендәге йәнһүрәт күңелдән мәңге юйылмаҫ сихри балалар донъяһында матур эҙ ҡалдырыр тип ышанабыҙ.
Дилара Йәнекәйева,
«Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының физик тәрбиә биреү инструкторы.
Һүрәттә: Д.У.Йәнекәйева, Н.Зөбәйерова, Р.М.Әмәтова.