Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Сентябрь 2018, 07:22

Күҙҙең яуын ала кейеҙҙәр

Халҡыбыҙҙың үткән быуат аҙағындағы ялтырауыҡлы сит ил ризығына, синтетик туҡыманан торған кейем-һалымына һәм башҡа бик күп әйберҙәренә табыныу юҡҡа сығып бара шикелле. Меңәрләгән йылдар дауамында барлыҡҡа килгән милләтебеҙҙең шөғөлдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре кире тергеҙелә башланы. Беҙҙең Сибай ерлегендә ошолай шаҡтай изге эштәрҙең башында педагог, сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына өлгәшеүсе Асия Солтан ҡыҙы Fәйнуллина тора.

Халҡыбыҙҙың үткән быуат аҙағындағы ялтырауыҡлы сит ил ризығына, синтетик туҡыманан торған кейем-һалымына һәм башҡа бик күп әйберҙәренә табыныу юҡҡа сығып бара шикелле. Меңәрләгән йылдар дауамында барлыҡҡа килгән милләтебеҙҙең шөғөлдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре кире тергеҙелә башланы. Беҙҙең Сибай ерлегендә ошолай шаҡтай изге эштәрҙең башында педагог, сәсәниә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Президенты Грантына өлгәшеүсе Асия Солтан ҡыҙы Fәйнуллина тора.
Һуңғы ваҡытта ул борондан халҡыбыҙҙың тормошонда ҙур урын биләгән кейеҙ баҫыу шөғөлөн киң пропагандалауға тотондо. Быйыл йәй айҙарында ғына бер нисә мәртәбә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, уларҙа сибайҙар ғына түгел, күрше райондарҙан да оҫталар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты. Шуға күрә лә уның Сибай ҡалаһы көнөндә кейеҙ баҫыусылар конкурсын, кейеҙҙән әҙерләнгән кейем-һалым күргәҙмәһен ойоштороу тәҡдиме ҡала хакимиәте, уның мәҙәниәт бүлеге, ҡала башҡорттары ҡоролтайы, сәнғәт колледжы тарафынан хуплау тапты.
Конкурсҡа әҙерләнеү барышында бихисап мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килде. Мәҫәлән, кейеҙ баҫыуға йөндө ҡала ветеринар станцияһы етәксеһе Йәнтүрин Ришат Миңлеғәле улы үҙ туғандарынан йыйып, теттертеп бирҙе. «Ремстройцентр» төҙөлөш ойошмаһы директоры, ҡала депутаты Исмәғилев Рафаил Ибраһим улы кейеҙ баҫыу өсөн урындыҡтар, ҙур-ҙур кейеҙ йәйеү таяҡтары эшләттерҙе. Һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Нәҙерғолова Флорида Фиолет ҡыҙы, 8-се мәктәп директоры Ырыҫбаев Илдар Илһам улы, хакимиәттең архитектура бүлегенең өлкән техник-программисы Солтанов Айнур Наил улы бүтән кәрәк-яраҡты әҙерләште, «Стройдвор» базаһы директоры Петряков Леонид Александрович, «Весна» магазиндар селтәре етәксеһе Замесин Павел Сергеевич матди ярҙам күрһәтте.
Конкурста һәммәһе 44 кеше ҡатнашты. Кейеҙ баҫыуҙа беренсе урынды комиссия ике кешегә—А.Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрынан Гөлнәзирә Хәмитоваға һәм Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Әлфиә Ибраһимоваға бирергә булды. Икенсе урынға Баймаҡ районы Әхмәр ауылынан Земфира Кәримова, өсөнсөгә Сибайҙан «Талир тәнкә» түңәрәге ағзаһы Миңлиза Ишмөхәмәтова сыҡты. Йөн иләү ярышы ла бик ҡыҙыу барҙы. Оҫтабикәләрҙең ҡулындағы орсоҡтар ысынлап та зыр килде. Йылайыр районынан Рәхимә Мортаева, Шәмсикамал Мырҙагилдина, Бөрйәндән Гөлгенә Абдулғафароваларға етеүсе булманы.
Күргәҙмәгә ҡуйылған кейеҙҙәрҙәге төрлө төҫтәге сағыу биҙәктәр күҙҙең яуын алып торҙо. Улар янында кейеҙҙең файҙаһы хаҡында белешмәләр ҙә яҙылған ине. Сибай сәнғәт колледжының этник-сәнғәт бүлеге етәксеһе Fәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы эштәре барыһынан да юғары баһа алды. Йылайыр районы Байғужа ауылынан Зөлфирә Сыңғыҙова, Баймаҡ районынан Светлана Шульман икенсе-өсөнсө урынға сыҡты.
Кәзәкей (кардиган) буйынса Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгенән Татьяна Порошко, Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенән Диана Йәнтилина, Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы мәктәбенән Нәилә Билалова тәүге урындарҙы яуланы.
Һуңғы бишенсе номинация, йәғни кейеҙ аяҡ кейеме эшләү буйынса Йылайыр районы Байғужа ауылынан Зөлфирә Сыңғыҙоваға етеүсе табылманы. Уның кейеҙ ҡатаһы иң шәбе булды.
Сәмле ярыш Сибай сәнғәт колледжы алдындағы майҙансыҡта барҙы. Уны ойоштороуға колледж директоры, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Камбулатов Азат Fәйнетдин улы, бар коллектив ағзалары күп көс һалды. Мәҫәлән, комендант Мостафина Миңлегөл Гәрәй ҡыҙы конкурста ҡатнашыусыларҙы йылы сәй, тәм-том менән һыйланы. Баһалау комиссияһы эшендә «Ағинәйҙәр» ҡоронан Сарбулатова Фәниә Факый ҡыҙы һәм Ниғмәтуллина Рәсимә Әхәт ҡыҙы әүҙем ҡатнашты.
Шулай итеп, ҡалабыҙҙа тағы бер сағыу милли конкурс барлыҡҡа килде. Ул киләсәктә лә ҡала көнөндә уҙғарылыр, тигән ышаныстабыҙ.
Ирек Бикмәтов,
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы комитеты рәйесе, конкурсты ойоштороусы.
Рима Юнысова фотолары.