Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Август 2018, 08:58

Һөйөнсө, китап сыға!

Быйыл йыл башында «Атайсал» төбәк гәзите «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» проектының инициаторы булараҡ сығыш яһағайны. Был шәп идеяны Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла яҡлап сыҡты һәм мөхәрририәт менән берлектә ошо мауыҡтырғыс һәм мөһим эшкә ихлас тотоноп китте.

Быйыл йыл башында «Атайсал» төбәк гәзите «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» проектының инициаторы булараҡ сығыш яһағайны. Был шәп идеяны Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла яҡлап сыҡты һәм мөхәрририәт менән берлектә ошо мауыҡтырғыс һәм мөһим эшкә ихлас тотоноп китте.
Сибай ҡалаһы хакимиәте, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, «Рем-стройцентр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондары хакимиәттәре проекттың бағыусылары булараҡ сығыш яһанылар, урындарҙа конкурсты йәнләндереү һәм алып барыу йәһәтенән ойоштороу комитеттары төҙөлдө. Проектты ҡала, үрҙә һанап үткән райондар халҡы ла дәррәү күтәреп алды. «Атайсал» гәзитендә, район баҫмалары биттәрендә ғаилә культын данлаған, балаларын халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып матур итеп тәрбиәләгән, хеҙмәттә, йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡан, уңыштарға ирешкән күп балалы ғаиләләр хаҡында матур-матур уҡымлы мәҡәләләр баҫылып сыҡты. Проекттың төп сараларының береһе итеп «Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһе» исемле китап баҫтырып сығарыу ҡаралғайны. Әле ошо мөһим эш башланып тора. Китаптың бағыусыһы—Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы (генераль директоры—Биккинов Йәүҙәт Усман улы). Китапҡа урындағы хакимиәттәрҙә ойошторолған комиссия тәҡдим иткән ғаиләләр, уларға арналған мәҡә-ләләр, фотолар урын аласаҡ.
Сибай типографияһында әҙерләнгән был китап декабрь башында донъя күрәсәк. Әле китаптың тәүге өлөшөнә нигеҙ һалынды, ә конкурс дауам итә, һеҙҙе артабан да ошо мөһим сарала ҡатнашырға, өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлауҙы дауам итергә саҡырабыҙ.
Әйткәндәй, һәр райондан 20 ғаилә китапҡа инә. Уларҙың араһынан һәр 10 ғаилә 5-шәр мең һум аҡса аласаҡ. Ә Гран-при яулаусы 5 ғаиләгә-25-шәр мең һум бирелә. «Атайсал» гәзите коллективы ла дәртләндереү призы әҙерләне. Мәҡәлә яҙыусы авторҙарға ла бүләктәр ҡаралған. 1-се премия—10 мең, икенсе премия—7 мең, өсөнсө премия 5 мең һум.
Фәрит Әхмәров.