Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
30 Июль 2018, 09:06

Һеҙҙә кейеҙ баҫалармы?

Тиҙҙән, йәғни 25 августа, Сибай ҡалаһында Fаилә йылына һәм Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатына (Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы) нигеҙ һалыныуға 70 йыл тулыуға арналған «Сибай йыйыны-2018» уҙғарыла. Әле уға тулы әҙерлек бара.

Тиҙҙән, йәғни 25 августа, Сибай ҡалаһында Fаилә йылына һәм Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатына (Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы) нигеҙ һалыныуға 70 йыл тулыуға арналған «Сибай йыйыны-2018» уҙғарыла. Әле уға тулы әҙерлек бара.
Байрам көндө Сибай сәнғәт колледжы янында ҡала хакимиәте, ҡала башҡорттары ҡоролтайы, ағинәйҙәр ҡоро, уҡыу йортоноң этно-художество бүлеге асыҡ күргәҙмә-конкурс ойоштора. Унда түбәндәге ҡул эштәре буйынса урындар билдәләнә:
* Иң яҡшы кейеҙ түшәк-ябыуҙар (1-се, 2-се, 3-сө урын)
* Иң яҡшы кейеҙ жилет (1-се, 2-се, 3-сө урын)
* Иң яҡшы кейеҙ сүбәк (тапочки) (1-се, 2-се, 3-сө урын).
Шулай уҡ йөн иләү һәм тетеү буйынса ярыш буласаҡ. Бында ла еңеүселәр тәүге өс урын буйынса билдәләнә.
Кейеҙ әҙерләү—башҡорттарҙың күркәм традицияһы. Орнаменттар эшләнгәнен аҡ кейеҙҙе ҡыҙҙарға бирнә итеп биргәндәр. Бишеккә, ҡунаҡ ҡаршылағанда уларҙың аяғы аҫтына кейеҙ түшәгәндәр. Сарыҡты, ҡуныслы ҡатаны төрлө аппликациялар менән биҙәп, сигеп эшләгәндәр. Ә ҡара кейеҙҙе ауырыу кеше аҫтына түшәгәндәр, ҡара сарыҡты аяғы һыҙлағандар кейгән, билен ауырттырғандар ҡара кейеҙҙән яҫы билбау эшләп таҡҡан. Ҡара төҫтәге тула ойоҡтарҙы даими кейһәләр, аҡтарын байрамдарҙа ғына ҡулланғандар. Йәш ҡыҙҙар намаҙлыҡтар, ултырғыс ябыуҙары эшләп ярышҡан.
Әйткәндәй, ҡала көнөнә әҙерлек сиктәрендә кейеҙ әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Уларҙың тәүгеһе 26 июлдә уҙғарылһа, ҡалғандары 2, 9 августа һәм йыйын мәлендә ойошторола.
Күргәҙмә-конкурста ҡатнашырға теләүселәр [email protected] электрон адресына заявка ебәрергә йәки 8 (34775) 2-46-32 телефон һандарына шылтыратып әйтергә тейеш. 8-960-38-34-609 һандары аша белешмә алырға мөмкин.
Нурия Илешева.