Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Июнь 2018, 14:03

Тыуған ере данлай Ишмулланы

Йылайыр районында гөрләп-шаулап үткән башҡорт халыҡ инструменттарында уйнаусыларҙың республика конкурсы Башҡортостан мәҙәниәте битенә сағыу бер бит өҫтәне. Биш йылға бер үткәрелгән был сара яҡташыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа арналып, «Ишмулла көндәре» исемен алған. Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡорт ҡурайын донъя кимәленә сығарған шәхес. Ул ижад иткән йырҙар, көйҙәр хәҙер инде халыҡ йырҙарына әүерелгән. Күптән түгел баш ҡалабыҙ Өфөлә уның тыуыуының 90 йыллығына арнап оло концерт үткәйне. Йылайырҙағы был сара мәшһүр ҡурайсының тыуған ауылы Иҫке Яҡупта башланып өс көн дауам итте һәм 19 июндә Гала-концерт менән тамамланды.

Конкурс ҡурайҙа, думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусы профессиональ һәм үҙешмәкәр башҡарыусылар, ансамблдәр араһында барҙы. Бөтә номинацияларҙа ла бәйгеләр өс йәш категорияһына бүленеп12 йәшкә тиклем,12-нән 16-ға хәтлем һәм 16 йәштән өлкәндәр өсөн айырым үтте. Унда Башҡортостандың 14 районы һәм 7 ҡалаһынан, Марий Эл Республикаһынан һәм Санкт-Петербургтан конкурсанттар ҡатнашты. Музыканттарҙың оҫталығын Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы,ҡурайсы Азат Айытҡолов етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Жюрила Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсыларҙың 1990 йылда үткән Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурсында Гран-при яулаған Мөхәмәт Түләбаев, Башҡортостандың ха-лыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Юлай Fәйнетдинов тә бар ине.
Баһалама комиссияһы Гран-приға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән ҡурайсы, сығышы менән Йылайыр районының Исҡужа ауылы егете Динар Абдуллин (һүрәттә) лайыҡ тип тапты. Ҡурайсылар араһынан беренсе урын 12 йәшкә тиклемгеләр араһынан Өфө егете Илһам Әхмәтйәновҡа, 12-нән 16 йәшкә тиклемгеләр араһынан Күгәрсен районынан Ирек Исхаҡовҡа, 16 йәштән өлкәндәр араһынан Fафури егете Рәмил Ҡотосов-ҡа (профессиональ башҡарыусы) һәм Йылайырҙан Рафиҡ Исҡужинға (үҙешмәкәр) бирелде. Ансамблдәр араһында Учалының «Толпар»ына һәм Йылайыр районы ҡурайсыларына етеүсе булманы. Быйылғы бәйгелә ғаилә ансамблдәре лә ҡатнашты. Был номинацияла беренсе урын Сибай ҡалаһынан Fайсиндар ғаиләһенә тапшырылды.
Думбырала уйнаусылар араһында беренсе урын Ынйы Fайсина, Наҙгөл Солтанова, Ринат Fайсиндарға бирелде. Улар барыһы ла Сибай ҡалаһынан. Ансамблдәр араһында беренсе урынды хаҡлы рәүештә Өфө думбырасылары һәм Өфөнөң «Айсулпан» ансамбле яуланы.
Ҡыл-ҡумыҙҙа Заһира Торошева (Сибай ҡалаһы) һәм өлкәндәр араһынан Ләйсән Усманова (Дәүләкән районы) беренсе булды. Әбйәлил районының ҡыл-ҡумыҙсылары ансамбле призлы урынға лайыҡ булды.
Быйылғы Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәрендә халыҡ инструменттарында уйнаусыларҙан тыш музыка ҡоралдары эшләүселәр араһында ла конкурс ойошторолдо. Бында беренсе урын Күгәрсен районы оҫтаһы Рәмил Хөснуллинға бирелде. Уларҙан тыш махсус приздар ҙа булды. Иң өлкән башҡарыусы тип Марий Эл Республикаһынан 76 йәшлек Муса Нурдәүләтов, иң йәше тип Сибайҙан 8 йәшлек Ынйы Fайсина менән Санкт-Пе-тербургтан Ансар Бүләков билдәләнде. «Һирәк башҡарылған көйҙө уйнаған өсөн»дипломы менән Ҡырмыҫҡалы районынан Имза Биктимеров бүләкләнде.
Конкурс барышында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың юбилейына арналған «Ҡурай иленә сәйәхәт» исемле автоуҙыш ойошторолдо. Ҡунаҡтар һәм конкурсанттар Йылайыр районының Юлдыбай ауылында билдәле ҡурайсы Рөстәм Шәриповҡа таҡтаташ асыу тантанаһында ла ҡатнашты.
Читайте нас: