АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Сентябрь 2017, 17:56

МӨНӘЖӘТ, НӘСИХӘТ, СҮРӘ ТЫҢЛАНЫҠ БЕРГӘ-БЕРГӘ

Сибай ҡалаһында матур сара—мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәр конкурсы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡала хакимиәте һәм Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторған быйылғы V Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсында республикабыҙҙың 14 ҡала һәм районынан 200-гә яҡын кеше ҡатнашты.—Бөгөн һирәк яңғыраған мөнәжәт жанры йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Конкурстың маҡсаты изге—йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын мөнәжәтте тергеҙеүгә һәм уны башҡарыуға йәлеп итеү, йәштәрҙе тере мираҫ нигеҙендә эстетик һәм патриотик тәрбиәләү,—тине конкурсты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.

Сибай ҡалаһында матур сара—мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәр конкурсы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡала хакимиәте һәм Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторған быйылғы V Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсында республикабыҙҙың 14 ҡала һәм районынан 200-гә яҡын кеше ҡатнашты.
—Бөгөн һирәк яңғыраған мөнәжәт жанры йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Конкурстың маҡсаты изге—йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын мөнәжәтте тергеҙеүгә һәм уны башҡарыуға йәлеп итеү, йәштәрҙе тере мираҫ нигеҙендә эстетик һәм патриотик тәрбиәләү,—тине конкурсты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев.
Ярыш өс номинацияла барҙы, йәғни мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәр, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендәге Ҡөръән сүрәләрен ятлаусылар айырым ярышты. Сығыштарҙы Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләре эшмәкәрҙәре Мәүлит Ямалетдинов, Асия Fәйнуллина, Светлана Буранбаева, Фәрзәнә Фәтхуллина, Фәниә Сарбулатова баһаланы.
Быйылғы конкурста Урал аръяғы төбәгенән генә түгел, Мәләүез, Ишембай, Дәүләкән, Салауат райондарынан өлгөлө, халыҡ ансамблдәре ҡатнашты. Ишембайҙан килгән 84 йәшлек Рәйлә Ҡолмырҙина конкурстың һәр номинацияһына сығыш әҙерләгән. Учалынан Азамат Билалов иһә сүрәләргә өҫтөнлөк бирҙе. Салауат районының Сафуан Сәйетғәлин етәкләгән «Етегән» халыҡ ансамбле Сибай тарафтарына беренсе тапҡыр килгән. Уларҙың төндәре юлда үтһә лә, лайыҡлы сығыш яһауға өлгәштеләр. Дәүләкәндән Миңзәлә Хәлилова, Найлә Фазуллиналарҙың да мөнәжәт-нәсихәттәре йөрәктәргә үтеп инде. Мәләүез районынан Рәүфә Зарипова, Белорет районының Шығай ауылынан «Аҡтамыр» ансамбле башҡарған өгөт-нәсихәттәр ҙә мәғәнәле, урынлы булды. Әбйәлил районынан Нәркәс Баймырҙина музыкаль ҡорамалдарҙа уйнауы менән дә алдырҙы. Һәләтле ҡыҙҙы ярышҡа етәксеһе Миңлегөл Солтанбаева әҙерләгән. Йылайыр районының Һултантимер ауылынан Фәниә Fәлиәкбәрова, Яманһаҙҙан Гөлнур Йәнсурина, Матрайҙан Гөлсирә Сәйетова, Юлдыбайҙан Хәфизә Амантаева сәхнә түренә бер-бер артлы күтәрелде. Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан «Яҙгөл» ансамбле ағзалары сүрәләрҙе шиғри юлдарҙа көйләп әйтте. Ансамбль етәксеһе Гүзәл Янбаеваның тырышлығы бушҡа китмәгән. Сибай ҡалаһы намыҫын «Йәнгүҙәй» халыҡ һәм «Миләш» вокаль ансамблдәре яҡланы.
Конкурста Гран-прины Әбйәлил районы мөнәжәтселәре яуланы. Беренсе урында—Белорет, икенселә—Йылайыр, Күгәрсен, Бөрйән, өсөнсөлә Сибай ҡалаһы оҫталары билдәләнде.
Конкурс сиктәрендә мөнәжәт жанрына арналған «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү ҙә ойошторолдо.
Мәҙинә Мансурова.
Һүрәттә: конкурста икенсе урын яулаусы Йылайыр районы вәкилдәре.
Читайте нас: