Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Сентябрь 2017, 16:58

БЕҘҘЕКЕЛӘР ҺЫНАТМАЙ

Йәй аҙағында хозур тәбиғәтле Ейәнсура районының «Ал елкән» балала¬р һауыҡтырыу лагерында IV «Толпар» балалар һәм үҫмерҙәр асыҡ кинофестивале үтте.Ул Башҡортостан Республикаһының Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналды. Фестиваль барышында «Ете-медиа» ижад студияһының етәксеһе Батыр Fәлимовтың, «Тамыр» телеканалы мөхәррире Татьяна Никитинаның, «Катрина Думанбаева» студияһы етәксеһе Катрина Думанбаеваның, «Тамыр» телеканалы режиссеры—Әҙилә Һунарғолованың мауыҡтырғыс оҫталыҡ кластары барыһына ла ныҡ оҡшаны.

Йәй аҙағында хозур тәбиғәтле Ейәнсура районының «Ал елкән» балала¬р һауыҡтырыу лагерында IV «Толпар» балалар һәм үҫмерҙәр асыҡ кинофестивале үтте.
Ул Башҡортостан Республикаһының Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналды. Фестиваль барышында «Ете-медиа» ижад студияһының етәксеһе Батыр Fәлимовтың, «Тамыр» телеканалы мөхәррире Татьяна Никитинаның, «Катрина Думанбаева» студияһы етәксеһе Катрина Думанбаеваның, «Тамыр» телеканалы режиссеры—Әҙилә Һунарғолованың мауыҡтырғыс оҫталыҡ кластары барыһына ла ныҡ оҡшаны.
Сарала уҡыусылар, студенттар, балалар ижад коллективтары, мәктәп ойошмалары, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары әүҙем ҡатнашты. Улар Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Омск, Ижевск, Йошкар-Ола, Магнитогорск, Өфө, Архангельск, Белорет, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан килгәйне. Хатта Ҡырғыҙстан һәм Белоруссия республикаларынан да фильмдар тәҡдим иттеләр.
Конкурс һуңында ғәҙәттәгесә еңеүселәр иғлан ителде. «Репортаж» номинацияһында Сибайҙан Юлиә Хәмитова һәм Бәхтийәр Мансуров еңеүсе тип табылды. Әйткәндәй, был тырыш ҡыҙ менән малай ҡаланың Балалар ижады үҙәгендә яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгән балалар телерадиостудияһында шөғөлләнә. Улар жюри ағзаларына тәҡдим иткән эш «Иң кескәй хәбәрсе» тип аталды. Ә иң йәш хәбәрсе кем тиһегеҙме? Ул—«Ҡурай» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе 4 йәшлек Тамерлан Көнсыуаҡов. Киләсәктә студияла шөғөлләнеүсе балалар Сибай телевидениеһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, эфирға төрлө тапшырыуҙар сығарырға хыяллана.
Еңеүселәрҙе лә, фильмда төшөүселәрҙе лә еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ата-әсәләр һәм фильм төшөрөүсе ижади төркөм студия етәксеһе Гүзәл Fиниәт ҡыҙы Кәримоваға ҙур рәхмәттәр белдерә.
Һүрәттә: Юлиә һәм Бәхтийәр студия етәксеһе менән.