Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Август 2017, 14:03

ҺАҠСЫЛАР, АЛҒА!

Бөтә Рәсәй балалар спорт һәм белем биреү уйыны быйыл тәүге тапҡыр старт алды. Ул балалар араһында киң танылыу яулаған «Һаҡсылар, алға!» йәнһүрәтенең сюжетына таянып эшләнгән. Уйын шарттарына ярашлы, ҡыйыу мәктәп уҡыусылары Ер шарын төрлө афәттәрҙән ҡотҡара.Сибай ҡалаһы мәктәптәре лә был саранан ситтә ҡалманы. Март айында үткәрелгән ҡала кимәлендәге ярышта 9-сы лицейҙың 3-4-се класс уҡыусыларынан торған йыйылма команда беренсе урынды яуланы. Артабан улар төбәк этабында һигеҙ команда араһында еңеп, ҡала намыҫын Өфөлә яҡланы. Унда иһә икенсе урын яулап, Туапсе ҡалаһында урынлашҡан «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үтәсәк финал уйынға саҡырыу алғандар. Шулай итеп 17 июлдән 6 авгусҡа тиклем командалағы 7 уҡыусы уйындарҙың Рәсәй кимәлендәге ярыштарында ҡатнашып, диңгеҙ буйында ял итеп, һаулыҡтарын нығытып ҡайтыу бәхетенә иреште.

Бөтә Рәсәй балалар спорт һәм белем биреү уйыны быйыл тәүге тапҡыр старт алды. Ул балалар араһында киң танылыу яулаған «Һаҡсылар, алға!» йәнһүрәтенең сюжетына таянып эшләнгән. Уйын шарттарына ярашлы, ҡыйыу мәктәп уҡыусылары Ер шарын төрлө афәттәрҙән ҡотҡара.
Сибай ҡалаһы мәктәптәре лә был саранан ситтә ҡалманы. Март айында үткәрелгән ҡала кимәлендәге ярышта 9-сы лицейҙың 3-4-се класс уҡыусыларынан торған йыйылма команда беренсе урынды яуланы. Артабан улар төбәк этабында һигеҙ команда араһында еңеп, ҡала намыҫын Өфөлә яҡланы. Унда иһә икенсе урын яулап, Туапсе ҡалаһында урынлашҡан «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә үтәсәк финал уйынға саҡырыу алғандар. Шулай итеп 17 июлдән 6 авгусҡа тиклем командалағы 7 уҡыусы уйындарҙың Рәсәй кимәлендәге ярыштарында ҡатнашып, диңгеҙ буйында ял итеп, һаулыҡтарын нығытып ҡайтыу бәхетенә иреште.
Йомғаҡлау турының сценарийы буйынса йыһан киңлегендә йәшәүсе сит планета вәкилдәре Ер шарын әсирлеккә алырға йыйына, уҡыусылар уларға ҡаршы тороп, һөжүмде кире ҡағырға тейеш була.
—Тәүҙә балалар робототехника, крайҙы өйрәнеү, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, үҙ-үҙеңде яҡлау, үҙең торған урынды билдәләү, гимнастика, акробатиканан әҙерлек курстары үтте. Финалда, алда атап үтелгәндәрҙән тыш, ижади, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, экологик хәүефһеҙлек, ГТО эстафетаһы, ҡаршылыҡ һыҙаты, арҡандар ҡаласығы буйынса ла ярыштар үткәрелде. Бөтә конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, 22 команда араһынан сибайҙар 3-сө урынға лайыҡ булдыҡ,—ти етәкселәре Олеся Александровна.
Әлбиттә, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн әҙерлек тә яҡшы булырға тейеш. Быны аңлаған етәкселәр Олеся Александровна Землянская һәм Светлана Әхәт ҡыҙы Кульменева бар көстәрен һалып эшләй. Балалар ҙа бер көндәрен ҡалдырмай, ял, каникулдарға ҡарамай тырышып әҙерләнә. Ата-әсәләр ҙә ярҙамдарынан ташламай. Команданы М. А.Яковлев ижади конкурсҡа әҙерләһә, Е. Ф.Косарева робототехника, Л.Р.Зәйнуллина медицина, Б.Х.Йәндәүләтов үҙ-үҙеңде яҡлау серҙәренә төшөндөрә. Етәкселәр, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре 9-сы лицей директоры Г.Р.Fәбдүшеваға, әҙерләү командаһына, робототехника менән ярҙам итеүсе бағыусы Йәүҙәт Усман улы Биккиновҡа рәхмәттәрен еткерә.
—Ә иң ҡыуаныслыһы—алыҫ юлдан арып-талып ҡайтып килгәндә беҙҙе сәскә гөлләмәләре һәм төрлө төҫтәге шарҙар тотоп ата-әсәләр ихлас ҡаршыланы. Бар арыуыбыҙ шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Үҙебеҙҙе балалар конкурсында түгел, ниндәйҙер Донъя чемпионатында еңеп ҡайтыусылар итеп тойҙоҡ,—ти команда етәксеһе Светлана Әхәт ҡыҙы Кульменева.
Ялды үҙ эсенә алған 21 көнлөк финал ярыштары балаларҙың да күңеленә хуш килгән. Уҡыусылар һаман да конкурстарҙан, диңгеҙ буйындағы ялдан, яңы танышыуҙарҙан алған тәьҫораттары менән бүлешәләр. «Тағы барырға, ярышырға теләгегеҙ бармы?»—тигән һорауға бер тауыштан: «Эйе»,—тип яуапланы көньяҡ ҡояшына ҡап-ҡара булып янған шат балалар.
Һүрәттә: 9-сы лицей командаһы.