АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Июнь 2017, 10:28

Ялан батырҙары--Башҡортостанда

Оҫталыҡ һәм ер эшкәртеү буйынса механизаторҙар ярышы донъяла 60 йылдан ашыу уҙғарылып килә. «Росагролизинг» йәмғиәте был сараны Рәсәйҙә йыл да үткәреү инициативаһы менән сыҡты. Шулай итеп, 2012 йылда Краснодарҙа страт алған асыҡ чемпионат Ростов, Владимир, Саратов, Төмән өлкәләрен урап сыҡты. Быйыл иһә ярыш Башҡортостанда 25 июндән 1 июлгә тиклем уҙғарыла. Бөтә Рәсәйҙән, сит илдәрҙән йыйылған механизаторҙар үҙҙәрен иң яҡшыһы итеп танытыу өсөн һынау тотасаҡ.Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын Европа ер һөрөү федерацияһының генераль секретары Март Баккер етәкселегендәге профессиональ жюри баһалаясаҡ.

Оҫталыҡ һәм ер эшкәртеү буйынса механизаторҙар ярышы донъяла 60 йылдан ашыу уҙғарылып килә. «Росагролизинг» йәмғиәте был сараны Рәсәйҙә йыл да үткәреү инициативаһы менән сыҡты. Шулай итеп, 2012 йылда Краснодарҙа страт алған асыҡ чемпионат Ростов, Владимир, Саратов, Төмән өлкәләрен урап сыҡты. Быйыл иһә ярыш Башҡортостанда 25 июндән 1 июлгә тиклем уҙғарыла. Бөтә Рәсәйҙән, сит илдәрҙән йыйылған механизаторҙар үҙҙәрен иң яҡшыһы итеп танытыу өсөн һынау тотасаҡ.
Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын Европа ер һөрөү федерацияһының генераль секретары Март Баккер етәкселегендәге профессиональ жюри баһалаясаҡ.
--Европа федерацияһында 2013 йылдан етәкселек итәм, шул йылда Рәсәйҙә үткәрелгән ярышҡа тәү тапҡыр килеп эләктем. Чемпионат бында юғары кимәлдә ойошторола. Механизаторҙарға бер үк шарттар, бер үк талаптар ҡуйыла. Ярышҡа һәр кем үҙ техникаһы менән килә. Был һынауҙы еңеләйтә, сөнки улар алдан үҙ баҫыуҙарында тренировка үтә ала,--ти Март Беккер.—Чемпионат маҡсаттарының береһе—Европа илдәрен Рәсәйгә яҡынлаштырыу. Беҙ ер һөрөү буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙың һеҙҙең илдә йышыраҡ ойошторорға теләйбеҙ.
Баш судья билдәләүенсә, Рәсәйҙә уҙғарылған чемпионаттың үҙенсәлеге бар: бында ярыш ысын мәғәнәһендә байрам төҫө ала, күргәҙмәләр ойошторола, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле концерт һәм мәҙәни программалар ҡарала. Шуға ла һәр кем ашҡынып килә. Механизаторҙар ҙа уны түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Мәҫәлән, Рәсәйҙә үткәрелгән биш чемпионатта ла ҡатнашыусы Илдар Ишикәйев күптән инде ярышҡа әҙерләнә башлаған һәм еңергә тигән маҡсат ҡуйған. Ул 2012 йылда 9-сы урын алһа, 2014 йылда 4-се урынға күтәрелгән. Ә 2015 йылда иһә «Трактор-шоу»ҙа 3-сө урынға лайыҡ була.
--1997 йылда ата-әсәйемдең ерен һөрөп йөрөгән мәлдәрҙә ҡасандыр ошо юҫыҡта донъя кимәлендә ярышта йөрөрмөн тип башыма ла килтермәгәйнем. Әле мин тренировка өсөн үҙемә һабан эшләп алдым. Әлбиттә, ярышта үҙҙәренекен бирәләр, әммә әлегә шөғөлләнеү, ярышҡа әҙерләнеү ҡамасауламай. Быйыл чемпионаттың беҙҙең ерҙә үтеүенә ҡыуанам һәм шул уҡ ваҡытта тулҡынланам. Ярышты бөтә туғандарым, коллегаларым килеп ҡараясаҡ. Яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә кәрәк,--ти Илдар.
Асыҡ беренселектә Башҡортостандан йәнә бер вәкил буласаҡ. Ул да булһа--Башҡорт дәүләт агарар университеты студенты Әлиә Яҡупова. Ул чемпионат сиктәрендә уҙғарылған «Трактор-шоу» конкурсында ҡатнаша. Ауыл хужалығы инженеры һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙ ата-әсәһе тарктор алған мәлдән техника менән ҡыҙыҡһына. Әле уға 21 йәш. Ул трактор менән генә түгел, комбайн менән дә идара итә белә.
Сараға Рәсәй чемпионы, донъя кимәлендә ил намыҫын лайыҡлы яҡлап, бер нисә тапҡыр сығыш яһаусы Вадим Зарецких та килә. Ул Удмурт Республикаһынан. «Ярыштарҙа ҙур тәжрибә тупланым. Сит ил ҡатнашыусыларынан күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Әле мин чемпионатҡа әҙермен, маҡсатым—финалға сығыу»,--ти ул.
VI ер һөрөү буйынса асыҡ чемпионаттың еңеүсеһе 1 июлдә билдәле буласаҡ. Төп приз--заманса һәм ҡулайлы внедорожник. Тәүге урынға сығыусы Еврова һәм донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ.
2018 йылда Рәсәйҙә уҙғарыласаҡ Европа чемпионатына быйылғы ярыш һуңғы репетиция буласаҡ.