Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Май 2017, 16:18

Һәүәҫкәр композиторҙар сыҡты сәхнәгә

Кисә Сибай ҡалаһында Юлай Моратов исемендәге үҙешмәкәр композиторҙар конкурсы үтте. Беренсе тапҡыр ойошторолһа ла, үҙ көсөн һынап ҡараусылар бик күп булды. Конкурсты ике йылға бер үткәреү тәҡдиме ҡаралды.Йыр-моң бәйгеһендә Меләүездән Лиана Бикбаева 1-се урын яуланы. Икенсе урын Сибайҙан Азат Исҡужинға һәм Йылайыр районынан Дамир Солтановҡа тапшырылды. Өсөнсө урынды Илгиз Йомағужин (Учалы), Флүрә Үҙәнбаева (Өфө), Илнур Сирбаев (Баймаҡ), Әлфиә Балхина (Сибай) бүлеште. Шулай уҡ төрлө номинациялар билдәләнде. Мәҫәлән, иң оло конкурсант Әминә Бикташева (78 йәштә) "Халыҡсанлыҡ һәм традицияларға тоғролоҡ" номинацияһында бүләкләнде.Конкурс талантлы композитор Юлай Моратов исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерер. Уны иҫкә алып, үҙе башҡарған "Хәтер көнө" йырын тыңлайыҡ.

Кисә Сибай ҡалаһында Юлай Моратов исемендәге үҙешмәкәр композиторҙар конкурсы үтте. Беренсе тапҡыр ойошторолһа ла, үҙ көсөн һынап ҡараусылар бик күп булды. Конкурсты ике йылға бер үткәреү тәҡдиме ҡаралды.
Йыр-моң бәйгеһендә Меләүездән Лиана Бикбаева 1-се урын яуланы. Икенсе урын Сибайҙан Азат Исҡужинға һәм Йылайыр районынан Дамир Солтановҡа тапшырылды. Өсөнсө урынды Илгиз Йомағужин (Учалы), Флүрә Үҙәнбаева (Өфө), Илнур Сирбаев (Баймаҡ), Әлфиә Балхина (Сибай) бүлеште. Шулай уҡ төрлө номинациялар билдәләнде. Мәҫәлән, иң оло конкурсант Әминә Бикташева (78 йәштә) "Халыҡсанлыҡ һәм традицияларға тоғролоҡ" номинацияһында бүләкләнде.
Конкурс талантлы композитор Юлай Моратов исемен мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерер. Уны иҫкә алып, үҙе башҡарған "Хәтер көнө" йырын тыңлайыҡ.