Тыуған ергә, илгә булған һөйөү тыуған йорттоң ҡапҡаһынан, тәгәрәп уйнап үҫкән урамдан, туғайҙан башлана. Үҙенең бәләкәй генә ғәзиз мөхитен яратҡан кеше оло Ватанына ҡарата ла битраф булмаясаҡ. Эйе, һәр кем тыуып үҫкән изге ерен үҙенсә һөйә, үҙенсә аңлай, уның менән ғорурлана. Ниндәй генә гүзәл, иҫ китерлек урындарҙа булһаң да, үҙ төйәгең яҡыныраҡ, йүгереп ҡайтҡы, тиҙерәк үҙ тупрағыңа аяҡ баҫҡы килә. Юҡҡа ғына: «Тыуған ерҙең туҙаны ла ҡәҙерле»,—тимәйҙәрҙер. Һәр таш, һәр һуҡмаҡ таныш бында. Әлбиттә, йәндәй яҡын күргән ер-һыуыңдың атамаһы менән дә бәләкәйҙән хәбәрҙар булып үҫәһең. Әммә ҡайһы саҡ көн дә тиерлек һөйләштә ҡулланған исемдәрҙең нимә аңлатҡанын, ҡайҙан килеп сыҡҡанын тулыһынса белеп етмәйбеҙ. Шуға ла уны өйрәнеү, йәш быуынға еткереү—беҙҙең оло бурыс. Ошо изге ғәмәлде тормошҡа ашырыуҙа «Минең бәләкәй Ватаным» конкурсы ҙур этәргес көс булды. Уны Арҡайым ҡасабаһындағы мәктәп һәм балалар баҡсаһының 5 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрҙек.
Беҙ, тәрбиәселәр, әлеге конкурсты хупланыҡ һәм үҙебеҙ йәшәгән ҡасабаның 20-ләгән урамына байҡау яһап, уларға ҡушылған исемдәрҙең тарихын өйрәндек. Әйтергә кәрәк, тәрбиәселәр был конкурсҡа бик етди ҡараны, ижади әҙерләнде. Мәғлүмәттәр туплау йәһәтенән гәзит-журналдарға байҡау яһаны, Интернет селтәрҙәрен гиҙҙе, музей-архивтарҙа, китапханаларҙа булды, тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр менән осрашты, әңгәмәләште. Һөҙөмтәлә, үҙенә күрә ғилми эҙләнеү эше хасил булды.
Арҡайым ҡасабаһындағы урамдарға исеме бирелгән һәр шәхесте өйрәндек тигәйнем. Мәҫәлән, үҙәк урам сәсән-импровизатор, кантон Шәһиәхмәт Сибаев исемен йөрөтә. КПСС-тың ҡала комитетының беренсе секретары F.Йәнтилин тураһында ла бай мәғлүмәт тупланыҡ. Сөнки бер урамға уның исеме бирелгән. Күрше ятҡан ауылдарҙың, йәғни Дәүләт һәм Моҡастың исемен алған урамдарҙың да тарихы бай. Сибай төҙөлә башлағанда Дәүләт ауылы ҡаланы—һыу, ә Моҡас торф сығарып, яғыулыҡ менән тәьмин иткән. Шулай уҡ данлыҡлы шәхестәр Б.Мәмбәтҡолов, В.Бобров, Симаков, З.Малихов, З.Биишева, Р.Fарипов, А.Батыр, F.Сөләймәнов, Р.Өмөтбаев исемдәре урамдарға бирелеп мәңгеләштерелгән.
Конкурс барышында алынған мәғлүмәттәрҙе эшебеҙҙә ҡулландыҡ, балалар баҡсаһында тыуған ер темаһына әңгәмәләштек.
Вәлимә Баййегетова, «Арҡайым» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.