4 сәғәт дауамында барған көсөргәнешле бәйгелә Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан барлығы 245 таҡмаҡсы башҡарыу оҫталығы буйынса ҙур һынау тотто. Бәйгеселәрҙең иң йәшенә—5, ә иң олоһона 80 йәш ине. Таҡмаҡсыларҙың сығышын Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Г.Х.Йыһаншина рәйеслегендәге абруйлы баһалама ағзалары ҡараны.
Темәс ауыл мәҙәниәт йортоноң байрамса биҙәлгән сәхнәһе береһенән-береһе сағыу милли кейемдәрҙән, ҡупшы биҙәүестәрҙең төрлөлөгөнән хозур бер сәскә яланын хәтерләткән төҫлө ине. Һоҡланғыс тамашаны ҡарау бәхете тейҙе был көндө ауылдаштарыма. Ысынлап та, Урал аръяғының иң көслө һәм һәләтле таҡмаҡсыларын йыйған ине бәрәкәтле Темәс ере! Уларҙың барыһын да халҡыбыҙҙың йыр-моңона, сәнғәтенә булған һөйөү берләштергән! Һәр бер сығыш яһаусының көс түгеп, тырышлыҡ һалып әҙерләнгәне күҙгә ташланды. Уларҙың халыҡ ижадына битараф булмауҙары, күңелдәрендә дәрт осҡоно һаҡлауҙары, тормошта йыр-моңдо юлдаш итеп йәшәүҙәре маҡтауға лайыҡ. Афарин, милләттәштәр!
Шулай итеп, «Таҡмаҡ бәйгеһе—2016» башҡорт таҡмаҡтарын башҡарыусыларҙың республика фестиваленең иң яуаплы мәле—еңеүселәрҙе билдәләү ваҡыты ла етте.
Балалар араһында яңғыҙ башҡарыусыларҙан 1-се урынға Темәстән Нурғәлина Әнгизә, 2-се урынға ошо уҡ ауылдан Харламова Диниә менән Йосопова Айһылыу, 3-сө урынға Үрге Иҙрис ауылынан Fафаров Байрас лайыҡ булды. Яңғыҙ таҡмаҡ әйтеүсе өлкәндәр араһында 1-се урынды Хәйбулла районынан Әхтәмова Вәғиҙә, 2-се урынды Сибайҙан Ҡадырова Рәйлә, 3-сө урынды Хәйбулланан Ултраҡова Әлфирә яуланы.
Ансамблдәр араһында 1-се урынға Баймаҡ районының Урғаҙа ауылынан «Ялан» фольклор ансамбле һәм Темәс ауылынан «Fилмияза» фольклор ансамбле сыҡты. 2-се урын Әбйәлилдән «Ихлас», Сибайҙан «Йәнгүҙәй» һәм Баймаҡ районының Буранбай ауылынан «Гәүһәркәй» фольклор ансамблдәренә бирелде. 3-сө урынды Йылайыр районы Ҡашҡар ауылынан «Умырзая», Бөрйәндән «Ҡурыуҙы» һәм Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылынан «Зарифа» фольклор ансамблдәре үҙ-ара бүлеште. Башҡа бәйгеселәрҙең сығыштары төрлө номинацияларҙа билдәләнде һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Уларҙың барыһына ла киләсәктә ижади бейеклектәр теләп ҡалабыҙ. Артабан да йыр-моңдан айырылмағыҙ, тормошта ла сәхнәләгеләй балҡып, һоҡландырып йәшәгеҙ!
Лилиә Шахморатова, «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы.
Һүрәттә: III урын яулаусы Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының «Умырзая»
фольклор ансамбле.