АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
24 Июнь , 20:25

ЭХ, ҠАҠТАРЫ ЛА ҠАҠТАРЫ

Быйыл ҡаҡ ҡойоуға яңылыҡтар индерҙем. Йәғни еләккә сәтләүек, йөҙөм, кунжут, банан, алма ҡушып ҡойҙом. Бер ҡыҙғанда хатта сгущенка ҡушып та эшләп ҡараным...

ЭХ, ҠАҠТАРЫ ЛА ҠАҠТАРЫ
ЭХ, ҠАҠТАРЫ ЛА ҠАҠТАРЫ

Йәй бик ауыр килде шул, шуға баҡсаңда нимәлер уңыш бирә икән – ҙур ҡыуаныс! Бына быйыл, мәҫәлән, миндә бөртөк алма, груша, сейә, ҡарағат, слива юҡ. Ҡурай еләге генә һуңлап сәскә атыу арҡаһында ҡырауҙан ҡотолоп ҡалды, шулай ҙа артыҡ уңырға оҡшамаған. Ҡурай еләгенең , ҡарағаттың хатта япраҡтары ла туңды, әле бына һәйбәт итеп яуып үткәндән һуң яңынан ярып йәшәрә башланылар. Шуға быйыл уларҙан сәй ферментировать итеп тә булманы. 

Еләктең сәскәләре ике тапҡыр бөрөләнеп өшөнөләр, һуңынан сәскә атыуға аттылар, тик урталары ҡап-ҡара ине. Шулай ҙа баҡса еләге бар, тик тәүге сәскәләрҙән булмағас вағыраҡ. Ҡаҡ ҡойорға бара ул. Әйткәндәй, быйыл ҡаҡ ҡойоуға ҡайһы бер яңылыҡтар индерҙем.

Яңылығым шул: еләккә сәтләүек, йөҙөм, кунжут, банан, алма ҡушып ҡойҙом. Бер ҡыҙғанда хатта сгущенка ҡушып та эшләп ҡараным.

Алманы быға тиклем дә бөтә ҡаҡтарға ла ҡуша инем, шулай тәмлерәк була. Тик баҡсала алма өлгөрөүгә еләк бөткән була бит. Шуға быйыл магазин алмаһы ҡушып булһа ла тәүгә эшләп ҡараным. Алма ҡаҡты йомшағыраҡ, сәйнәмлерәк, татлыраҡ итә шул.

Тәмлеме тип һорарһығыҙ. Миңә, сәтләүектәрҙең ниндәйен булһа ла үлеп яратҡан кешегә, тәмле, әлбиттә. Тик нығыраҡ онтарға, йөҙөмдө лә ваҡлап турарға кәрәк булған тип уйланым.

Банан ҡағы оҡшап етмәне: минең өсөн үтә сөсө. Еләккә ҡушып эшләгәнемдә банан тәме бөтөнләй тойолмай. Сгущенкалы еләк ҡағы йәбешкәк, шулай ҙа әскелтем сливочный тәме менән күңелгә ятты.

 

РӘХИМӘ МУСИНА яҙмаларынан.

Автор:
Читайте нас: