Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
19 Июнь , 16:10

ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ БЕШКӘН...

Ә һеҙҙең яҡта уны нимә тип йөрөтәләр? Унан нимәләр эшләйһегеҙ?

ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ БЕШКӘН...
ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ БЕШКӘН...

Йәйҙең йәме – еләктә, тигәндәй, баҡсаларҙа ғына түгел, ә урман-ҡырҙарҙа ла ҡыҙарышып еләктәр бешә башланы. Уңған хужабикәләр был осорҙа тәбиғәт күстәнәсенән ризыҡтар әҙерләй, ғаиләһен һыйлай.

Ҡайын еләге (турғай еләге, яңғыҙаяҡ) үҙенең иҫ киткес хуш еҫле тәме менән генә түгел, шифалы үҙенсәлектәре менән дә борон-борондан яҡшы билдәле. Ҡайын еләгенең емеше генә түгел, япраҡтары ла, һабағы ла, тамыры ла файҙалы.
Уның составында еңел үҙләштерелеүсе глюкоза менән фруктоза бар, ә әсе тәмде лимон, алма, салицил һәм хин кислоталары бирә. Ҡайын еләге башҡа еләктәрҙән үҙенең хуш еҫле булыуы менән дә айырылып тора. Быны уға эфир майҙары, хуш еҫ өҫтәүсе матдәләр бирә. Унда тимер сливаға ҡарағанда – ике тапҡырға, ә виноградҡа ҡарағанда 40 тапҡырға күберәк. Ә составындағы кальций күләме буйынса ул бөтә-еләк емештәр араһында беренсе урында килә. Тимәк, организмығыҙға кальций етмәй икән, күберәк ҡайын еләге ашарға кәрәк.
Ҡайын еләге аскорбин кислотаһына бай булыуы менән дә әһәмиәтле. 100 грамм яңы өҙөлгән еләктә ул 120 миллиграмм була икән. Әммә С витаминынан тыш, унда В1, В2, РР витаминдары, каротин, фолий кислотаһы ла күп. Микроэлементтарға, минераль тоҙҙарға, пектин матдәләренә бай булыуы менән дә сәләмәтлек өсөн файҙалы ул.
Ҡайын еләге йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Юғары ҡан баҫымынан, атеросклероздан уны күпләп ашарға кәңәш итәләр. Шулай уҡ ул ҡандағы холестерин кимәлен кәметергә булышлыҡ итә.
Дауаланыу өсөн уның еләгенән, япрағынан, тамырынан төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, кипкән емешенән төнәтмә әҙерләү өсөн 4 ҡалаҡ емешкә 500 мл ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ тоторға. Уны көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Киптерлегән һабағынан һәм япраҡтарынан шифалы сәй әҙерләйҙәр. Асыҡланыуынса, ҡайын еләге япрағы ҡан баҫымын төшөрә, йөрәк тибешен яйға һала, ҡан тамырҙарын киңәйтә. Ул шәкәр диабетынан, бронхиаль астманан, гастриттан, бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан, бауырҙағы, бөйөрҙәге таштарҙан файҙалы.
Уны әҙерләү өсөн 50 грамм үләнгә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, 4 сәғәт төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр 150 грамм эсергә.
Ҡайын еләгенең тамыры дубиль матдәләргә һәм алколоидтарға бай булыуы менән әһәмиәтле. Уның төнәтмәһен организмды, ҡанды таҙартыу өсөн эсәләр. Шулай уҡ бауыр, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙарынан да файҙаһы ҙур. Теш ҡаҙнаһын нығытыу өсөн уның төнәтмәһе менән ауыҙ-ҙы сайҡаталар.
Уны әҙерләү өсөн бер бал-ғалаҡ киптерелгән, ваҡланған еләк тамырына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 – 30 минут төнәтергә.

Желе
100 грамм еләккә 20-25 грамм желатин, 100 грамм шәкәр ҡомо, 400-500 грамм һыу алына.
Һыуға шәкәр ҡомо һалып ҡайнатырға. Ул арала ҡайын еләген иләктән үткәреп, марля аша һөҙөргә кәрәк. Икенсе бер һауытта һалҡын һыуҙа желатин ебетелә. Аҙаҡ аҡрын ғына ҡайнап торған шәрбәтле һыуға иләктән үткән еләк менән желатинды һалып 5-10 минут әкрен генә ҡайнаталар һәм уттан алып, бер аҙ һыуынғас, марля аша һөҙөп алып фигуралы һауыттарға ҡойоп ҡатыралар.

Тәмле бәлеш
Ҡамыр өсөн: 2 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ аш содаһы, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ярты стакан көнбағыш майы, 100 грамдай иретелгән май, 2-3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, шул сама майонез, бер стакан йә стакан ярым (он күләменә ҡарап) йылы һөт, 1 стакан һыу, он.
Эслек өсөн еләкте таҙартып ҡаймаҡ, шәкәр ҡушып, артыҡ иҙмәй генә болғатабыҙ.
Юғарыла һанап үтелгәндәрҙең барыһын бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫаһың да (ҡулға йәбешергә тейеш түгел), бер аҙға һыуытҡысҡа алып ҡуяһың.
Ул арала табаларҙы әҙерәк йылытып, майлап әҙерләй тор-һаҡ та була. Табаға ҡамырҙы йәйеп, эсенә еләк һалып, өҫтөн ҡаплап, ситтәрен матур итеп семәрләп бөгөргә лә, уртаһын тишеп, эҫе мейескә ҡуйырға. Бәлеш тиҙ бешә, ярты сәғәт-ҡырҡ минут тирәһе ваҡыт үтеп, өҫтө ҡыҙарғас, мейестән алырға ла була. Ныҡ эҫе килеш ҡырҡырға ярамай, еләк һуты ағып бөтә. Шуға ла әҙерәк һыуынғанын көтөп, үткер бысаҡ менән генә матурлап киҫеп,ҡаймаҡ менән мәтрүшкәле сәй янына бирергә мөмкин.

Асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Резеда Усманова фотоһы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: