Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
17 Июль 2023, 08:25

ИҢ ТӘМЛЕ СӘЙ БОЛАНУТТАН!

Ысынлап та, үҙең эшләгән иван-чай тәмле була икән! Сығышы көслө, тик оҙағыраҡ бешерергә кәрәк, ҡараһы ултыра-ултыра сыға. Миңә айырыуса болануттың массаһын һаҡлауы оҡшаны. Ҡарағат япрағын тауҙай итеп йыяһың — ферментлаһаң, кәпәстәй булып ҡала. Бынан һуң башҡа үләндәр менән мәшәҡәтләнмәҫмен тигән ҡарарға килдем. Быйыл әҙләп бәпембә, груша, алма, ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтарын, клевер сәскәһен ферментлап ҡарағайным. Минеңсә, ысын сәйгә иң тартымы шулай ҙа — боланут!

ИҢ ТӘМЛЕ СӘЙ БОЛАНУТТАН!
ИҢ ТӘМЛЕ СӘЙ БОЛАНУТТАН!

РӘХИМӘ МУСИНА болануттан сәй эшләргә өйрәтә:


Былтыр үҙемдең емеш япраҡтарынан сәй яһау ысулдары менән уртаҡлаша башлағас, бер нисә кеше боланутын нисек ферментлауымды яҙыуҙы һорағайны. Әммә уҙған йыл уны ҡырға сығып йыйыу мөмкинлегем булманы. Теләгем дә артыҡ юҡ ине, сөнки һатыуҙан алған боланут сәйе миңә бөтөнләй оҡшамағайны. Әммә кешеләр үҙең яһағаны тәмле була тип ышандырғас, быйыл нисек тә тәжрибә яһарға форсат табырға тырыштым.

Автор:Резеда Валиева