АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
13 Апрель 2023, 13:35

ИХ, ТӘМЛЕ ЛӘ ҺУҢ БИГЕРӘК!

Һәр хужабикә сәк-сәкте үҙенсә бешерә. Ә бына Лилиә Шаһиғәлина түбәндәгесә рецепт тәҡдим итә:Бүлмә температураһындағы 5 йомортҡаны ( йомортҡаның ҙурлығы төрлө була) миксер ярҙамында 3-4 минут туҡырға. Шунан һуң сәй ҡалағының яртыһынан әҙерәк тоҙ һалып, тағы берәй 4-5 минут туҡырға. Самалап он һалып, ныҡ ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫып, 20-30 минут ял иттерергә...

ИХ, ТӘМЛЕ ЛӘ ҺУҢ БИГЕРӘК!
ИХ, ТӘМЛЕ ЛӘ ҺУҢ БИГЕРӘК!

УҢҒАН ҠЫҘҘАРЫБЫҘҘЫҢ БЕРЕҺЕ ЛИЛИӘ ШАҺИҒӘЛИНА РЕЦЕПТ МЕНӘН УРТАҠЛАША:

Бүлмә температураһындағы 5 йомортҡаны ( йомортҡаның ҙурлығы төрлө була) миксер ярҙамында 3-4 минут туҡырға. Шунан һуң сәй ҡалағының яртыһынан әҙерәк тоҙ һалып, тағы берәй 4-5 минут туҡырға. Самалап он һалып, ныҡ ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫып, 20-30 минут ял иттерергә. Мин тоҙҙан башҡа бер нәмә лә ҡушмайым ҡамырға. Ваҡыты еткәс, йәйеп, кемгә нисек оҡшай, шулай ваҡлап ҡырҡырға. Кемгәлер йоҡа, нәҙек оҡшай, кемгәлер уртаса. Мин шул уртаса нәҙеклек һәм ҡалынлыҡтағы сәк - сәкте яратам. Йоҡа һәм нәҙек итеп ҡырҡылған сәк - сәкте ҡыҙған майға һалып бешерергә мөмкин, ул ярыла тип ҡурҡмайһың. Ә уртаса ҙурлыҡтағы сәк - сәкте мотлаҡ йылымыс майға һалырға кәрәк. Май һыуыҡ та, эҫе лә булырға тейеш түгел. Сөгөндө һелкетеп - һелкетеп торһаң, йәбешмәй. Икенсе партия сәк - сәкте майҙы һыуытҡас ҡына һалырға. Ике һауыт менән алмаш - тилмәш бешергә мөмкин. Мин ҡышҡыһын ҡарға ултыртып, хәҙер һыуыҡ һыуға ултыртып һыуытам. Ҡамырҙы ябып тотоғоҙ, елһенмәһен, атыу ярыла. Тәүҙә 3 йомортҡанан бешереп ҡарағыҙ. Бер ҡойоп алған майҙа 2-3 тапҡыр бешергә була, шунан да күпкә бармай - күперә. Майға һыу ҡойоп та бешерәләр. Мин ниңәлер оҡшатып етмәнем.Төрлөсә бешереп ҡарап, ошо үҙемдең рецебыма кире ҡайттым. 


Сироп : 1 стакан шәкәр, ярты стакан һыу. Болғап тороп ҡайнатырға ла, 2-3 ҡалаҡ бал ҡушырға. Ҡайнап сыҡҡас, утын кәметергә. Юғиһә, петушок була🤭 Ундай тәжрибә лә бар😄Сиропты саҡ ҡына бармағығыҙ менән алып, ике бармағығыҙҙы йәбештереп ҡарап белегеҙ - һуҙылып тора ул. Һыуға тамыҙып ҡарарға була, һыуҙа шарик булып түңәрәкләнә. Шуныһы бар: шәкәр көсһөҙ, йәки балға шәкәр ҡушылған булырға мөмкин. Балымдың балына ҡарағанда шәкәре күп булып, сәк - сәгем шаҡ ҡатҡаны ла булды)))
Рецебын һораусылар бар ине, яҙа алмай йөрөнөм. Бешереп ҡарағыҙ, дуҫтарым! Файҙам тейһә, шат булырмын. Ихтирам менән - Лилиә Рәмил ҡыҙы.


ФОТО һәм ЯҘМА: ЛИЛИӘ ШАҺИҒӘЛИНА битләүенән.

Автор:Резеда Валиева