Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
12 Апрель 2023, 15:55

Икмәк өсөн ҡомалаҡ сүпрәһен шулай яһайым

Сүпрә өсөн ҡомалаҡтың сәскәһен дә, һабаҡтарын да ҡулланырға ярай. Бер литр һыуға бер услап ҡомалаҡ һалам. Ҡайнап сыҡҡас, ярты сәғәт самаһы әкрен генә ҡайнатып, 2 литрлы банкаға һөҙәм, арыш оно, 3-4 ҡалаҡ шәкәр һалам. Һыуынғас, бармаҡ башы тиклем генә ҡаты кибет сүпрәһе һалам. Магазиндыҡын һалмаҫҡа ла була, әммә ул ваҡытта ҡамырҙың ҡалҡыуын оҙағыраҡ көтөргә кәрәк буласаҡ.

Икмәк өсөн ҡомалаҡ сүпрәһен шулай яһайым
Икмәк өсөн ҡомалаҡ сүпрәһен шулай яһайым

Сүпрә урынына бер нисә телем ҡара икмәк һалырға ла була. Ҡабарғас, һалҡын урынға алып ҡуйырға. Кәрәк саҡта алып, рәхәтләнеп ҡулланырға була.
Сүпрәнең иҫкерә торған ғәҙәте лә бар, шуға күрә артыҡ күп итеп яһарға ла кәрәкмәй. Әсәйем мәрхүмә ҡомлаҡ сүпрәһе оҙағырак тороп, әсеһә, сей картуф һалып ҡуя ине.

"Ясминә" гәзитенән.

Автор:Гульдар Кадаева