АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
30 Ғинуар 2023, 11:50

Йөрәк өсөн күп кәрәкме?

Йөрәк һәм ҡан тамырҙары өсөн файҙалы кәңәштәр 1.100 грамм таҙартылған һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп 6 лимондан һығылған һутты өҫтөнә ҡойоп болғатырға. Әҙер массаны банкаға һалып, өҫтөн марля менән ябырға. Һалҡын урында һаҡларға. Көнөнә бер сәй ҡалағы төнәтмәне йылымыс һыу менән ҡушып эсергә. 2.8 лимон, 400 г һарымһаҡ, 4 кг сельдерей (япраҡтары һәм тамыры), 400 г.керәнде (хрен) ит турағыс аша үткәреп, ҡушып болғап банкаға һалырға. Өҫтөн марля менән ябырға ла 12 сәғәт йылы урында тоторға (30°С). Шунан һуң 3 көнгө һыуытҡысҡа ҡуйырға. Унан инде һутын һығып алып уны ашар алдынан 15 минут алда көнөнә 3 тапҡыр 1 сәй ҡалағы эсергә.

Йөрәк өсөн күп кәрәкме?
Йөрәк өсөн күп кәрәкме?

 

  1. 2 лимонды ит турағыс аша үткәреп, өҫтөнә бал һалып, 6 көн тоторға. Ошо иҙмәне тигеҙ порцияға бүлеп ашарға. Был көндө башҡа бер нәмә лә ашарға ярамай. Ике көндән һуң ошондай уҡ төнөтмә эшләп, ул әҙер булғас, өлөшләтә асығыуҙы тағы ҡабатлап алығыҙ. Артериаль баҫым 3-4 курстан һуң төшәсәк.

 

  1. 2 лимон, 2 әфлисунды өлөштәргә бүлеп, һөйәктәрен алырға һәм ит турағыс аша үткәрергә. Массаға 2 аш ҡалағы бал ҡушып болғатып, быяла һауытҡа аһылып, бүлмә шарттарында 1 тәүлек тоторға. Унан һуң һыуатҡысҡа алырға. Сәй эсер, ашар алдынан 2-3 сәй ҡалағы ашарға.
  2. 500 г лимонды тышы менән (һөйәген алырға), 500 г. клюква, 500 г. әлморондо (орлоҡтарын алырға) ҡуша ит турағыс аша үткәрергә һәм 500 г. бал ҡушып болғатырға. Массаны ныҡ ябылған берәй һауытҡа һалып 1 тәүлек төнәтергә.

Уны ашарға 15 минут ҡалғас көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы ҡулланырға. Һыуытҡыста һаҡларға.

 

Автор:Гульдар Кадаева