АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
18 Ғинуар 2023, 08:10

Әсе икмәктең тәме башҡа

Һеҙҙең һорауҙарығыҙ буйынса ҡомалаҡ икмәген бешереү рецебын яҙам, дуҫтарым. Өләсәйҙәрем (йәндәре йәннәттә булһын ) ошолайтып бешергән, әсәйем бешерә, унан өйрәнеп, мин дә бешерәм1,5 л. ҡайнаған йылымыс һыуға 2 аш ҡалағы әсетке, 3 стакан( минең 300 грамлыҡ магазин ҡаймағының стаканы) он ҡушып болғап, (ҡуйыраҡ бутҡа һымаҡ) баш әсетәбеҙ. Мин төнгөлөккә әсетеп ятам. Икмәк башы кәмендә 6 сәғәт ултырырға тейеш. Йылы урынға, өҫтөнә берәй нәмә ябып ултыртырға. Өй һалҡын булһа, йылыраҡ итеп төрөргә кәрәк.

Әсе икмәктең тәме башҡа
Әсе икмәктең тәме башҡа

Баш әсегәс, өймәләм итмәй 3 аш ҡалағы тоҙ, 5-6 стакан он һалып, ҡамыр баҫырға. Он төрлө була, әҙ - әҙләп һалығыҙ. Ярты стакан йылымыс һыу әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Ондо күберәк ҡушып ебәрһәгеҙ, һыулап, тансҡап ебәрергә кәрәк булыр.
Ҡамырҙы яҡшы итеп баҫырға кәрәк. Ҡулға, табаҡка йәбешмәй башлағанса баҫырға. Ҡомалак икмәгенең ҡамыры тығыҙыраҡ була. Ябып, 1 - 1,5 сәғәткә йылы урынға төрөп ултыртырға. Ҡалҡып сыҡҡас, тағы берәйҙе тансҡап ултыртып тороғоҙ. Тағы ла ҡалҡып сыҡҡас, таба йәки формаларға икмәк яһап, йылы урынға өҫтөн ябып, ҡалҡҡанға тиклем ултыртып торабыҙ.
Ҡомалаҡ ҡамыры сүпрә ҡамыры кеүек тиҙ ҡалҡмай, яйыраҡ ҡалҡа. Ғөмүмән, оҙаҡ өлгөрә.
180° ҡа ҡуйып, 20 минут йылытҡан духовкаға ҡалҡып сыҡҡан икмәкте бешерергә ултыртабыҙ.160° ҡа кәметеп, 1 сәғәт тә 20 минут бешерәбеҙ.
Бешеп сыҡҡас, йылы икмәк менән баллап - майлап сәй эсәбеҙ!🍞☕🍯🧈😊😋
Ҡомалак икмәгенә шәкәр ҙә, май ҙа, йомортҡа ла ҡушылмай.
Ошо күләмдән 750-770 г 4 буханка икмәк бешереп аламын. Йәки 2 түңәрәк икмәк була.

"Икмәк булһа, йыр ҙа була" тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Бешкән икмәктең хуш еҫтәре өйгә таралһа, ҡот өҫтәлеп, күңелле генә булып китә 🥰🤗🙏
Әсетке эшләү:
https://vk.com/wall275910365_2737
 
Әсе икмәктең тәме башҡа
Әсе икмәктең тәме башҡа
Әсе икмәктең тәме башҡа
Автор:Гульдар Кадаева