АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
16 Ғинуар 2023, 11:00

ХУЖАБИКӘЛӘРГӘ КӘҢӘШ

Балыҡты үҫемлек майында ҡыҙҙырырға һәм әҙер булғас, өҫтөнә иретелгән аҡ май ҡойорға кәрәк. Ошолай бешерелһә, балыҡ айырыуса тәмле була.

ХУЖАБИКӘЛӘРГӘ КӘҢӘШ
ХУЖАБИКӘЛӘРГӘ КӘҢӘШ
  • Балыҡты үҫемлек майында ҡыҙҙырырға һәм әҙер булғас, өҫтөнә иретелгән аҡ май ҡойорға кәрәк. Ошолай бешерелһә, балыҡ айырыуса тәмле була.
  • Аҡ майҙы ҡыҙҙырғанда көймәһен тиһәгеҙ, уны үҫемлек майы менән майланған табаға һалығыҙ.
  • Фасолде бешергәндә һыуға 1-2 тамсы үҫемлек майы ҡушһағыҙ, тәмлерәк һәм йомшағыраҡ булып бешер.
  • Ҡарабойҙайҙы бешергәндә - 1:2, дөгөнө бешергәндә 2:3 иҫәбенән һыу ҡушалар. Бешкәндә болғатмаһағыҙ, һауыттың ҡапҡасын асмағыҙ, ул үҙ парында тәмле булып бешә.
  • Сыр ҡырғыстан яҡшыраҡ ыуылһын өсөн, уны 10-20 минут туңдырыу камераһына ҡуйып торорға кәрәк.
  • Лимондан һут күп бүленеп сыҡһын өсөн, уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалалар.
  • Рассольникка ҡыярҙы иң һуңынан һалығыҙ. Юғиһә, картуф бешмәй ҡалыр.
  • Макаронды бешереп һарҡытҡанда һыуын аҙ ғына ҡалдырығыҙ. Былай эшләгәндә ул кипмәй.
Автор:Резеда Валиева