АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
6 Июнь 2021, 11:00

КҮП СИРҘӘРГӘ ДАУА

Һүрәттәге был үләнде күптәр осратҡаны барҙыр. Тик, ҡый үләне тип, иғтибар бирмәйҙер. Ә ул шул тиклем шифалы... Айырыуса бауырҙан яфаланыусыларға килешә.

Мәшкәк йә Бесәй тармаһы тиҙәр уны. Ул бик файҙалы үҫемлек, һәр кемдең шәхси аптекаһында булырға тейеш. Мәшкәк (Будра) бауырҙың “боҙолған” күҙәнәктәрен ипкә килтерә. Шулай уҡ фарингит, ларингит, бронхит, үпкә елһенеүе, бронхиаль астма, туберкулез сирҙәренән ярҙам итә.
Әгәр бер ерегеҙ һынһа, йә быуын сыҡһа, ошо үләнде (яңы өҙөлгән булһа ваҡлап ҡына, кипкән булһа эҫе һыуҙа бешкәкләп) ауыртҡан ергә һалып, һыҙланыуҙы баҫырға мөмкин. Зоб, ишетеү һәләтен юғалтҡан мәлдә лә, варикоздан да ярҙам итә, тиҙәр. Үт ҡыуығында таш булһа, ваҡ таштарҙы ҡыуыуға һәләтле. Ашҡаҙанда, эсәктә елһенеү процесы барһа, мәшкәк ярҙам итә. Бөйөр, бауырҙы дауалай. Күҙ йәшләнеп йонсотһа, конъюктивит ыҙалатһа, тирегә теләһә нәмә сыҡһа, ошо үлән төнәтмәһен һөртөргә. Шештәрҙән дә ярҙам итә.
Нисек ҡулланырға? 1 балғалаҡ кипкән үләнгә 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойорға, урап 10 минут ултыртып торорға. Һөҙөп алғас, йылы килеш көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 1 стакан эсергә.
Бауырҙың яман шеше, метастаз булғанда 1 сәй ҡалағы үләнгә 1 стакан эҫе һыу ҡойорға, 2 сәғәт ултыртып торорға. Көнөнә 3-4 тапҡыр ¼ стакан эсергә. Һәр порцияға 5-15 тамсы спирт ҡушылған мәшкәк һутын ҡушырға (май айында сәскә атыусы мәшкәкте йыйып, 1:1 нисбәтендә араҡы менән бутап, һаҡлап ҡуйыла).
* Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.