ҠАРБУЗ йәшелсә рәтенә инә. Эйе-эйе, йәшелсә! Күптәр уны емеш-еләк тип уйлаһалар ҙа... Бөгөн нәҡ ошо йәшелсәнең көнө.
Ҡарбуз 90% һыуҙан торғанлыҡтан медицинала уның файҙаһы юҡ тип уйлағандар. Һуңғы йылдарҙа ғына уның файҙалы матдәләргә бай икәнлеген асыҡлағас, медицинала киң ҡулланыла башлай. Артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләүселәр уны шуға ла үҙ итә инде. Ҡарбуз диетаһы, ябығырға ғына ярҙам итеп ҡалмайынса, организмдан шлактарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе лә сығара. Әммә уны ябығыу маҡсатынан ғына ашарға кәрәкмәй, ҡарбуздың витаминдар һәм микроэлементтарға бай булыуы тураһында ла онотмайыҡ. Әйтәйек, ҡарбуз йомшағында нерв системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай һәм ҡауаҡ-бетсәләрҙе булдырмаҫҡа булыша торған В төркөмө витаминдары, иммунитетты нығыта һәм иртә ҡартайыуға ҡаршы көрәшә торған С витамины, арығанлыҡты бөтөрә һәм кәйеф һәм йоҡоно яҡшырта торған РР витамины, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындар өсөн, хәтерҙәрен яҡшыртырға теләүселәргә кәрәк булған фолий кислотаһы бар.
Быларҙан тыш, ҡарбуз тимер, фосфор һәм кальцийға бай. Унда айырыуса магний күп. Магний организмдан насар холестеринды сығара, тән тиреһен һығылмалы итә, ҡан баҫымын көйләй, бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Организмды көндәлек күләмдәге магний менән байытам тиһәң, 150 гр ҡарбуз ашау ҙа етә.
Уның составындағы калий иһә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Әлбиттә, калий бананда ла бар. Тик ҡарбузда һыу күп булыуы әлеге файҙалы элементты үҙләштерергә ярҙам итә. Ҡарбуз дауалау сараһы булараҡ та ҡулланыла ала. Уның организмдан шлактарҙы сығарыуын иҫтә тотоп, ҡарбузды зарарлы производствола эшләүселәргә тәҡдим итәләр. Бөйөр һәм бауыр, атеросклероз, гипертония һәм эсәклек ауырыуҙарынан яфаланыусыларға уны күпләп ашарға кәрәк. Әммә бөйөрҙәре менән айырыуса проблемалар булғандарға уны һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә.
Кемдәр шәкәр даибеты менән ауырый уларға ҡарбуз ашау зарарлы.
Бөгөн байрам унайынан ҡабуз менән үҙегеҙҙе ҡыуандырып алырға онотмағыҙ! Татлы һәм тәмле ҡарбуз күңелдәрегеҙҙе күтәрһен, йәнегеҙгә һәм тәнегеҙгә лә шифа булһын!