+20 °С
Ясно
«Башинформ» асыҡлауынса, 20 йәшлек пассажир пациент түгел, ә ашығыс ярҙам машинаһы водителенең ҡыҙы булып сыҡҡан. Атаһы уны Өфөнән өйөнә алып ҡайтып барған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлеген көйләү өсөн ваҡиға урынына Дыуан районы прокуроры Тимур Йәнбәков килгән. Күҙәтеү ведомствоһы авария сәбәптәрен асыҡлауҙы контролдә тота, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә.