Сибай ҡалаһы прокуратураһы хакимиәттән халыҡты йортһоҙ эттәр һөжүменән һаҡлауҙы һәм зыян күргән балиғ булмаған балаға мораль зыян өсөн компенсация түләүҙе талап итә.
Ҡала прокуратураһы хужаһыҙ хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе. Урындағы хакимиәт шәхси эшҡыуар менән ҡарауһыҙ хайуандарҙы тотоу һәм ҡарау буйынса контракт төҙөгән, ғәмәлдә улар иңдәренә алған бурыс үтәлешен контролдә тотмай. Ҡалала аныҡ иҫкәртеү һәм һаҡлау саралары үткәрелмәй. Бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү һөҙөмтәһендә агрессив эттәр йыйылып, кешеләргә һөжүм итә, уларҙың ғүмеренә һәм һаулығына туранан-тура хәүеф тыуҙыра.
Һөжүм ҡорбандарының береһе 5 йәшлек бала була. Ҡала прокуратураһы тикшереү һөҙөмтәһендә баланың тән йәрәхәттәре алыу фактын асыҡланы. Шуға бәйле, ҡала прокуратураһы шәхси эшҡыуарға федераль ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуймауҙы талап итеп ғариза ебәрҙе. Шулай уҡ Сибай ҡала судына тән йәрәхәттәре алыу факты буйынса мораль зыянды ҡаплауға ғариза ебәрелде.
Руслан Аҙнабаев, прокурор ярҙамсыһы.