Хоҡуҡ
10 Июня , 03:45

Дарыуҙар менән тәьмин ителә

Прокуратура ярҙамға килгән

Сибай ҡалаһында йәшәүсе 2008 йылғы үҫмер Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы диспансерында иҫәптә тора һәм инвалид-бала статусына эйә. Прокуратура тикшереүҙәре мәлендә уның 2023-2026 йылдарҙа кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин ителемәүе асыҡланды. Һөҙөмтәлә судҡа баланы өҙлөкһөҙ препараттар менән тәьмин итеүҙе һәм мораль зыяндың хаҡын түләүҙе талап иткән ғариза ебәрелде.

Әлеге мәлдә барыһы ла яйға һалынды. Инвалид-бала кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин ителә.

 

Руслан Аҙнабаев, прокурор ярҙамсыһы.

Автор:
Читайте нас