Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
23 Ғинуар , 21:50

Ауыл советы башлығы МХО-ла һәләк булған яугирҙең аҡсаһын урлаған

Ул мәрхүм туғанының банк картаһынан 1 миллион һум аҡсаны тотонған.

Нефтекама прокуратураһы махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең аҡсаһын урлау буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлаған.

Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советының элекке башлығы мәрхүм туғанының банк картаһы дубликатын файҙаланып, 1 миллион һумға яҡын аҡса алған. Быны ул үҙ ихтыяжы өсөн тотонған.

Ир үҙ ғәйебен таныған һәм урланған аҡсаны кире ҡайтарған. Хәҙер эш артабан тикшереү өсөн Нефтекама ҡала судына ебәрелгән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-01-22/v-bashkirii-glava-selsoveta-pohitil-dengi-pogibshego-uchastnika-svo-4546925

Автор: Гөлфиә Акулова
Автор:
Читайте нас