Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
21 Ғинуар , 14:00

Арзан тип тоҙаҡҡа эләкмәгеҙ!

Машинаны мессенджерҙар аша һатып алғанда мутлыҡ осраҡтары йыш осрай. Интернет-мессенджерҙар (WhatsApp, Telegram һәм башҡалар) аша сит илдән автомобиль һатып алыу отошло һымаҡ тойолһа ла, араның алыҫлығы, тикшеренеүҙәрҙең ҡатмарлылығы һәм анонимлыҡ арҡаһында алданыу хәүефе бик юғары.

 

Бик иғтибарлы булығыҙ!

 

Алдауҙың төп схемалары:

  1. " Автомобиль - шәүлә" (булмаған машина): мәкерле уйлы кеше булмаған машинаны бик түбән хаҡҡа тәҡдим итә. Фотографиялар ғәҙәттә интернеттан алына. Һатыусы алыҫта (башҡа илдә, вахтала), шуға ла автомобилде барып күреү мөмкин түгел. Мутлашыусыларҙың маҡсаты—алдан түләүгә ҙур суммалы аҡса алыу, шунан һуң һатыусы юғала, ә уларҙың тоҙағына эләгеүсе аҡсаһыҙ ҙа, машинаһыҙ ҙа ҡала.
  2. Ялған хеҙмәткәрҙәр/фирмалар: мутлыҡ ҡылыусылар үҙҙәрен брокер логистика компаниялары йәки машина ҡыуыу буйынса агент тип таныта. Улар хеҙмәттәр, машинаны ҡыуыу йәки таможня рәсмиләштереүе өсөн аҡса талап итә, ысынында тәҡдим иткән хеҙмәттәренең береһен дә үтәмәй. Шулай уҡ хәүефһеҙ транзит иҫәптәре тәҡдим итә, улар алдаҡ--фейк булып сыға.
  3. Көтөлмәгән/йәшерен түләүҙәр: алдан түләү индергәндән һуң, мутлашыусылар машинаны тиҙ ҡыуған өсөн, көтөлмәгән таможня сығымдары, страховка йәки ил сигендә барлыҡҡа килгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн килешеүҙе юҡҡа сығарыу, түләнгән аҡсаны юғалтыу менән янап, өҫтәмә суммалар талап итә.
  4. Проблемалары булған йәки талаптарға яуап бирмәгән машина: машинаның ысын булыуы мөмкин, ләкин уның етешһеҙлектәре, йәғни авариянан һуң, урланған, техник торошо күрһәтелгәндән күпкә насар булыуы ихтимал. Барып ҡарап һатып алыу мөмкинлеге булмағас, бындай етешһеҙлектәрҙе һатып алғанға тиклем асыҡлауы бик ауыр.

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн иң мөһим һаҡлыҡ саралары:

* Бер ҡасан да тулы сумманы йәки ҙур күләмдәге түләүҙе ентекле тикшереү үткәрмәйенсә башҡармағыҙ.

* Документтар талап итегеҙ һәм тикшерегеҙ: ПТС (йәки уның аналогы), СТС, һатыу-һатып алыу килешеүен таптырығыҙ. VIN-номерҙы тикшерегеҙ.

* Мөстәҡил инспекторҙар яллағыҙ: һатыусы йәшәгән илдән профессионалдарҙы яллап, машинаны ысын барып ҡарап, урындан фото һәм видео төшөртөгөҙ.

* Һатыусыны/фирманы ентекле тикшерегеҙ: фекерҙәрҙе уҡығыҙ, теркәү мәғлүмәттәрен эҙләгеҙ, рәсми реестрҙар аша тикшерегеҙ.

* "Бик яҡшы" хаҡтарға шик менән ҡарағыҙ. Был алдашыуҙың төп билдәһе.

* Баҫым яһауҙан һәм ашыҡтырыуҙан һаҡланығыҙ: мутлашыусылар һатып алыусы ҡарарын үҙгәртмәҫ борон яман уйын тормошҡа ашырып ҡалырға ныҡ ҡабаландыра.

* Импорт ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ: уйлап сығарылған хеҙмәттәргә аҡса сарыф итмәҫ өсөн таможня йыйымдары һәм һалымдар күләме тураһында алдан мәғлүмәт туплағыҙ.

 

Төп ҡағиҙә: сит илдән дистанцион рәүештә машина һатып алыу бик хәүефле эш. Максималь һаҡсыллыҡ һәм шик тыуғанда килешеүҙән баш тартыу—һеҙҙе һаҡлаусы иң яҡшы инструмент.

Данил Мустафин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса УР оперуполномоченныйы, полиция лейтенанты

 

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас