2025 йылдың 23 июлендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһының енәйәт кодексының 243.4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ға 247-се федераль закон менән 2025 йылдың 3 авгусынан хәрби ҡәберлектәрҙе, шулай уҡ Ватанды йәки уның мәнфәғәттәрен яҡлағанда һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүсе йәки Рәсәйҙең хәрби даны көндәренә арналған һәйкәлдәрҙе, стелаларҙы, обелисктарҙы, башҡа мемориаль ҡоролмаларҙы йәки объекттарҙы боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә.
Хәҙер Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 243.4-се статьяһы буйынса объекттарҙы юҡ иткән йәки уларға зыян килтергән өсөн генә түгел, ә уларҙы боҙған өсөн дә енәйәт яуаплылығына тарттыралар. Йәғни бинаның йәки башҡа ҡоролманың тышҡы ҡиәфәтен мыҫҡыллау, ижтимағи-әхлаҡ күҙлегенән әҙәпһеҙ хәлгә килтереү тыйыла (әҙәпһеҙ һүрәттәр, яҙыуҙар, биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы буяу, бысратыу һ.б.).
Статья санкцияһы өс миллион һумға тиклем штраф, өс йылға тиклем мәжбүри эштәр йәки шул уҡ срокка иркенән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Енәйәт ҡылынған осраҡта квалификациялы билдәләр булһа (хәрби ҡәберлектәр, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына ҡараған һәйкәлдәр бер төркөм кеше тарфынан боҙолһа, ватылһа, бысратылһа) закон сығарыусы ике миллиондан биш миллион һумға тиклем санкциялар штрафы күләмен, мотлаҡ эштәрҙе 480 сәғәткәсә арттыра, ә мәжбүри эштәр 5 йылға һуҙыла йәки шул срокка иркенән мәхрүм итеү ҡарала.
Ҡағиҙәләр Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан объекттарға ғына түгел, унан ситтә урынлашҡан объекттарға ла ҡағыла.
Сибай прокуратураһы.