Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
10 Ноябрь 2025, 09:05

Закон һәм тәртип һағында тора

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында тыуып үҫкән полицияның өлкән лейтенанты Марсель Фәйзуллин Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегендә 2 йылдан ашыу эшләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҙен һәләтле, өмөтлө хеҙмәткәр итеп танытып өлгөргән. Ул бәләкәй сағынан хоҡуҡ һағы өлкәһендә эшләргә хыяллана, сөнки атаһы Мир Фәйзуллин оҙаҡ йылдар полицияла водитель, дежур часта эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡаланың 9-сы лицейын тамамлағас та егет Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инә. 2018-2023 йылдарҙа курсант һайлаған һөнәре буйынса белемен камиллаштырып ҡына ҡалмай, йүгереү, атыу, бокс менән етди шөғөлләнә. Һуңғы курста уҡығанда баш ҡаланың полиция бүлектәренең береһендә практика үтә. Ҡулына диплом алғас Сибай ҡалаһы полицияһының енәйәти эҙләнеү (уголовный розыск) бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Ә ни өсөн енәйәти эҙләнеү бүлеген һайланығыҙ?—тигән һорауға Марсель Мир улы:

Закон һәм тәртип һағында тора
Закон һәм тәртип һағында тора

10 ноябрь-- Рәсәй полицияһы көнө

-Оперуполномоченныйҙар--граждандарҙың именлеген тәьмин итеүсе, закон һәм тәртип һағында тороусы профессионалдар. Күп осраҡта беҙҙең хеҙмәт күҙгә ташланып бармай, әммә тап беҙ йәмғиәттә кешегә үҙен хәүефһеҙ тойорға булышлыҡ итәбеҙ. Енәйәти эҙләнеү хеҙмәткәрҙәре планлаштырылған hәм башҡарылған енәйәттәр тураһында белә, беренселәрҙән булып оператив-эҙләнеү саралары үткәрә. Енәйәти эҙләнеү эске эштәр органдарының әйҙәүсе хеҙмәте булды hәм булып ҡала,--тип яуапланы.-Институтты тамамлағанда миңә унда ҡалып курсанттар уҡытыу мөмкинлеге барлығын әйттеләр. Был тәҡдимдән баш тарттым, сөнки эште аҫтан башлап, уның бөтә ауырлыҡтарын, өҫтөнлөктәрен үҙ елкәңдә татып белмәйенсә тороп, башҡаларға белем биреп булмауын яҡшы аңлайым.

Марсель Фәйзуллин енәйәти эҙләнеү оперуполномоченныйы хоҡуҡ һағы органдары системаһының енәйәтте киҫәтеү һәм асыу өсөн яуаплы төп фигураларҙың береһе тип тә өҫтәне. Ул енәйәт эшен тикшерә, ғәҙәттән тыш хәл тураһында мәғлүмәт йыя һәм анализлай, шулай уҡ енәйәтсене асыҡлай һәм ҡулға ала. Мәғлүмәтте анализлай: информаторҙарҙан алған хәбәрҙәрҙе өйрәнә, криминалистик базаны ҡулланып енәйәт менән ғәйепләнеүсе араһындағы бәйләнеште тикшерә. Стресҡа ҡаршы тора белә, сөнки киҫкен хәлдәр менән күҙгә-күҙ ҡарап осрашырға, баҫым аҫтында ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Коммуникабеллек тә кәрәк: төрлө кешеләр менән аралашалар, шаһиттарҙан башлап шик аҫтындағы кеше менән уртаҡ тел табыу зарур. Аналитик фекерләүе иһә мәғлүмәтте тиҙ үҙләштерергә һәм факттарға таянып һығымта яһарға булышлыҡ итә.

Полиция хеҙмәткәре әйтеүенсә, һуңғы арала мутлыҡ һәм кибермутлыҡ ныҡ тарала. Кешеләргә туҡтауһыҙ аңлатып торһаң да, алдаҡсылар тоҙағына көндә эләгеп банк иҫәптәренән аҡсаларын урлата. Бик һаҡ булығыҙ, абай булығыҙ!-- ти Марсель Фәйзуллин.

Эше нисек кенә ауыр булмаһын, табип кәләше янына ул гел яҡшы кәйефтә ҡайтырға тырыша. Көсөргәнешен спорт ярҙамында сисә: йүгерә, ҡоралдан ата, йәйәү атлай. Әйткәндәй, Марсель быйыл йәй өйләнгән. Мәңгелек йәрен ҡырҙан эҙләп тормаған Арҡайым ҡасабаһы ҡыҙы Сулпан Айбулат ҡыҙына тәү күреүҙән үк ғашиҡ булған.

 

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас