Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
1 Июль 2025, 10:25

Бушлай дарыу менән тәьмин итергә

Бушлай дарыуҙар менән тәьмин итмәгәстәр, сирле ҡатын прокуратураға мөрәжәғәт иткән.

Прокуратура ярҙамынан һуң, инвалидтың бушлай медицина тәьминәтенә хоҡуғы тергеҙелә.

Сибай ҡалаһы прокуратураһы урындағы ҡатындың мөрәжәғәте буйынса льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе. 53 йәшлек ғариза биреүсенең онкология сиренән яфаланыуы асыҡланған, шуға күрә ул ғүмерлеккә дарыу ҡулланыуға мохтаж. Дәүләттән социаль ярҙам сиктәрендә пациент бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителергә тейеш. Дарыуҙы бушлай алыу хоҡуғы булыуға ҡарамаҫтан, төбәктең һаулыҡ һаҡлау системаһы органдары ҡатын-ҡыҙҙы оҙаҡ ваҡыт тәьмин итмәгән.

Был йәһәттән прокуратура судҡа мөрәжәғәт итеп, төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөүҙе талап итә. Күҙәтеү органы талаптары суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелә. Суд ҡарарының үтәлеше күҙәтеү ведомствоһы контролендә.

 

 

Мәғлүмәт Сибай прокуратураһынан алынды.

Автор:
Читайте нас