Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
30 Июнь 2025, 11:25

Балаһын ҡарамағас...

Алимент түләмәгән атайҙар ғына түгел, әсәйҙәр ҙә бар... Шундай әсәйҙәрҙең береһе иркенән мәхрүм ителәсәк.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе ҡатын үҙ ҡыҙын ҡарамаған өсөн иркенән мәхрүм ителәсәк.

Сибай ҡала суды ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса ғәйепле тип таныла (балиғ булмаған баланы ҡарауға аҡса түләмәү).

Судта асыҡланыуынса, 2020 йылдың февраленән суд ҡарары менән ҡатынға 2017 йылда тыуған ҡыҙына алимент түләү бурысы йөкмәтелә. Енәйәт яуаплылығы тураһында бер нисә тапҡыр иҫкәртеүҙәргә һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35.1-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса мотлаҡ эштәр рәүешендә язаға тарттырыуға ҡарамаҫтан (алимент түләмәү), баланың әсәһе ҡыҙына килмәй, матди ярҙам күрһәтмәй, рәсми эшкә урынлашыу сараларын күрмәй. Бурыстың дөйөм суммаһы 740 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный, быға тиклем дә суд аша шундай ғәйеп тағылған була.

Суд уны 7 айға иркенән мәхрүм итә.

 

 

И.М.Солтанов, ҡала прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Автор:
Читайте нас