АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
29 Февраль , 11:40

Һумлап түгел, миллионлап бирәбеҙ

Эске эштәр бүлегенә 85 йәшлек әбей мөрәжәғәт итә. Уның өй телефонына кемдер шылтыратып, һеңлеһенең юл фажиғәһенә тарыуын әйтә һәм тиҙ арала курьер аша аҡса ебәреүен һорай. Пенсионерка уны-быны уйламай, 240 мең һумы булыуын әйтә. Күп тә үтмәй өйөнә курьер килә һәм аҡсаны алып китә. Бер аҙҙан инәй һеңлеһенә бер ни булмауын белеп ҡала. Шулай ҙа аферистар туҡтап ҡалмай. Алынған аҡсаның етмәүен белгертә һәм йәнә 500 мең һум һорайҙар. Инәй был юлы отолоп ҡалмай, хәйлә ҡора.

Һумлап түгел, миллионлап бирәбеҙ
Һумлап түгел, миллионлап бирәбеҙ

Белорет ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыларҙың курьерын тотҡан.

26 февралдә эске эштәр бүлегенә 85 йәшлек әбей мөрәжәғәт итә. Уның өй телефонына кемдер шылтыратып, һеңлеһенең юл фажиғәһенә тарыуын әйтә һәм тиҙ арала курьер аша аҡса ебәреүен һорай. Пенсионерка уны-быны уйламай, 240 мең һумы булыуын әйтә. Күп тә үтмәй өйөнә курьер килә һәм аҡсаны алып китә. Бер аҙҙан инәй һеңлеһенә бер ни булмауын белеп ҡала. Шулай ҙа аферистар туҡтап ҡалмай. Алынған аҡсаның етмәүен белгертә һәм йәнә 500 мең һум һорайҙар. Инәй был юлы отолоп ҡалмай, хәйлә ҡора. Был хаҡта полиция хеҙмәткәрҙәренә әйтә, ә мутлашыусыларға курьерҙы банкоматҡа ебәреүҙәрен һорай. Иртәгәһенә, һөйләшкән буйынса, инәй уларҙы банкомат янында көтә. Муляж аҡсаларҙы биргән саҡта курьер егетте хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре тота. Ул 25 йәшлек егет була. Элек төрмәлә лә ултырып сыҡҡан. Ул аҡса эшләргә теләп, интернеттан эш эҙләй. Шул саҡ аферистар ҡулына эләгә лә инде. Егететң бурысы—кешеләргә аҡса артынан барыу. Мутлашыусылар алынған аҡсаның күпмелер процентын уға түләйҙәр икән. Әле енәйәт эше асылған.

 

Әйткәндәй, уҙған тәүлектә генә республика халҡы мутлашыусыларға 12 миллион һумын биргән. Һаҡ булығыҙ! Мутлашыусылар хәйләһенә эләгеп, кредит алып, уны уларға тапшырып, бурысҡа бата күрмәгеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: