АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
17 Июль 2023, 16:00

МУТЛАШЫУСЫ КЕҪӘҺЕНӘ - 4 МИЛЛИОН

Бөгөн мутлашыусылар хоҡуҡ органы хеҙмәткәре булып та, банк хеҙмәткәре булып та, интернет аша тауар һатыусы булып та шылтырата. Ә иң күңелһеҙе шул: күптәр ышана, мутлашыусыға паролен дә, кодын да әйтеп һала, аҡсаһын да ебәрә. Ошо үткән ялдарҙа ғына республикабыҙҙа йәшәүселәр мутлашыусыларға 4 миллион һум күсергән. Аферистар халыҡтың иғтибарһыҙлығын, тиҙ ышана барыусанлығын бик оҫта файҙалана...

МУТЛАШЫУСЫ КЕҪӘҺЕНӘ - 4 МИЛЛИОН
МУТЛАШЫУСЫ КЕҪӘҺЕНӘ - 4 МИЛЛИОН

Бөгөн мутлашыусылар хоҡуҡ органы хеҙмәткәре булып та, банк хеҙмәткәре булып та шылтырата. Ә иң күңелһеҙе шул: күптәр ышана, мутлашыусыға паролен дә, кодын да әйтеп һала. Ошо үткән ялдарҙа ғына республикабыҙҙа йәшәүселәр мутлашыусыларға 4 миллион һум күсергән. Аферистар халыҡтың иғтибарһыҙлығын, тиҙ ышана барыусанлығын бик оҫта файҙалана...

Белорет районы эске эштәр бүлегенә 50 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул оҙаҡ ғына интернеттан автомобиленә двигатель эҙләгән. Бер мәл уға компания хеҙмәткәре булып берәү шылтырата, имеш тә ул автомобилгә запас частәр һатыу менән булыша. Ир ышана, уға 51 мең һум күсерә. Нәтижәлә, аҡса ла, тауар ҙа юҡ. Теге “хеҙмәткәр” башҡа бәйләнешкә инмәй. Әлеге мутлыҡҡа бәйле Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 2-се бүлеге буйынса енәйәт эше асылған.

Ошондай уҡ хәл Яңауылда була. Полиция бүлегенә 25 йәшлек егет мөрәжәғәт итә. Уға “Лада Калина” һатыусы ир башта 5  мең күсеррегә (предоплата) ҡуша. Үҙе командировкала булыуын, машинаны ҡатыны күрһәтәсәген әйтә. Аҙаҡ автомобилгә тулы сумманы, йәғни 140 мең һум һорай. Ә машинаның ысын хужаһы үҙ иҫәбенә аҡса алмаған. Тимәк, аҡса мутлашыусыларға киткән.

Салауат ҡалаһында 23 егеткә хоҡуҡ һаҡлау органы һәм банк “хеҙмәткәрҙәре” шылтырата. Уны алдап кредит алдыралар һәм үҙҙәренә шул 3,5 миллиондан һум аҡсаны күсертеп алалар.

 

Эске эштәр бүлеге барығыҙҙы ла иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Телефон аша кредит алмағыҙ! Ниндәйҙер хеҙмәткәр булып һеҙгә хәбәр һөйләй башлаһалар, шунда уҡ телефонды һүндерегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органында, йә банкта эшләүсе булып таныштыра. Картағыҙҙағы мәғлүмәттәрҙе, реквизиттарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Һаҡ булығыҙ!

 

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: