АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
8 Сентябрь 2022, 11:10

НИНДӘЙ ТАКСИҒА УЛТЫРМАҪҠА?

Уҙған йыл «Ларгус» йөрөтөүсе таксистарға бәйле 100 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда 18 кеше һәләк булды, 131 кеше тән йәрәхәттәре алды

НИНДӘЙ ТАКСИҒА УЛТЫРМАҪҠА?
НИНДӘЙ ТАКСИҒА УЛТЫРМАҪҠА?

Башҡортостан  транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Александр Клебанов билдәләүенсә, таксистарҙың күбеһе рөхсәт документы менән эшләмәй. Тимәк, медицина һәм механик тикшереүе үтмәй. Был иһә пассажирҙарҙың ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Һәр такси тотоусының реестрға теркәлгән лицензияһы, шәхси эшҡыуар булараҡ юридик теркәлеүе, пассажир ташыуға рөхсәте, водитель танытмаһы, техник тикшереү, медицина контроле үтеүе мөһим. Кире осраҡта, берәй күңелһеҙ хәл була ҡалһа, такси водителе бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тотмай. Легаль булмаған такси йөрөтөүсенең автомобиленең техник торошо насар булыуы, бер ниндәй ҙә тикшереү үтмәүе, хатта водителдең аҡыл «зәғифлеге» булыуы ихтимал.

Әйткәндәй, йыл башынан легаль булмаған 100 такси тотолған. Ә 7 сентябрь көнө республикала  уҙғарылған рейдта 5 пассажир ташыусы—бер кесе класлы автобус һәм дүрт еңел автомобиль асыҡланған.

Башҡортостан Транспорт министрлығы сайттарға һәм интернеттаға социаль селтәргә мониторинг үткәреп тора һәм легаль булмаған таксистарҙың рекламаһын күрә, уларҙың маршрутын өйрәнә. Бөгөн 200-ләгән легаль булмаған такси барлығы асыҡланған. Рейд үткәреп, уларҙы тотоу һәм киҫәтеү эштәре дауам итәсәк.

 

фото: Башинформдан

 

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: