АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
16 Июль 2022, 19:25

Хәйбуллала яңы прокурор

Рәсәй Федерацияһы генераль прокурорының 2022 йыл 28 июнендәге приказы менән Хәйбулла районы прокуроры итеп юстицияның өлкән советнигы Галина Михайловна Садыҡова тәғәйенләнде. Галина Садыҡова 1976 йылда Ейәнсура районында тыуған, 2004 йылда “Юриспруденция” специальносы буйынса Ырымбур дәүләт университетын тамамлаған. 2003 йылдың октябрендә республика прокуратура органына хеҙмәткә алына. Хәйбулла районында прокурор ярҙамсыһы, прокурор урынбаҫары, артабан Ейәнсура районы прокуроры вазифаларын башҡара.

Хәйбуллала яңы прокурор
Хәйбуллала яңы прокурор

Галина Михайловна хеҙмәт бурыстарын  өлгөлө үтәгән өсөн бер нисә тапҡыр  Рәсәй Федерацияһы генераль прокуроры һәм Башҡортостан Республикаһы прокуроры тарафынан бүләкләнә, III дәрәжә “Законға тоғролоҡ өсөн” билдәһе менән наградланған.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: