АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
21 Июнь 2022, 08:25

Бала кәрәкмәйме! Һат!

  Башҡортостанда ата-әсә социаль селтәрҙә улын һатмаҡсы булған Октябрьскийҙа суд ир менән ҡатынды ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм иткән. Сәбәбе - ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу.

Бала кәрәкмәйме! Һат!
Бала кәрәкмәйме! Һат!

Улар балалары алдында хәмер эскән, атай кеше наркотиктар ҡулланған, әсә аҙғын тормош алып барған.

Битарафлыҡтың сигенә еткән ата-әсә социаль селтәрҙә улын һатыу тураһында иғлан биргән.

Быға тиклем улар ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

Ике бала ла ҡаланың опека һәм попечителлек бүлегенә тапшырылған.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: