-11 °С
Болотло
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
-Банк хеҙмәткәрҙәре клиенттарға персональ белешмәләр, карта, иҫәп һандарын, башҡа мәғлүмәт һорап шылтыратмай;
-аҡса юҡҡа сыға тип икенсе иҫәпкә күсереүҙе һорамай, компьютер йәки махсус программа аша аҡса менән ситтән тороп идара итеү программаһын ҡуйыу тураһында һүҙ алып бармай;
-банк картаһын һәм иҫәптең блокировкаланыуы тураһында смс-хәбәр ебәрмәй;
-мутлыҡҡа бәйле ғәмәлдәрҙе кисектереү өсөн карта кодтарын һорамай.
Ришат Вафин, Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең тәфтиш бүлеге начальнигы урынбаҫары, юстиция подполковнигы.