АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
3 Апрель 2022, 23:30

Ҡырын эш ҡылма

Уҙған йылдың октябрендә ҡалала ялған прививка сертификат яһаусы медицина хеҙмәткәренең ҡулға алыныуын хәбәр иткәйнеләр. Аҡ халатлыны был аҙымға нимә этәргән? Закон тарафынан уға ниндәй яза тейеш?

Ҡырын эш ҡылма
Ҡырын эш ҡылма

Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш комитетының Сибай район-ара тәфтиш бүлеге 2021 йылдың октябрендә Сибай үҙәк дауаханаһының мутлыҡ менән булышҡан шәфҡәт туташына ҡарата енәйәт эше асҡан. Хеҙмәткәр ковид-19-ға ҡаршы Спутник лайт препараты яһалған тигән ялған сетификаттар һатҡан. 8 кеше уның ҡулынан ошондай документ алған.

 

-- Сибай ҡалаһы прокуратураһы коронавирусҡа ҡаршы эшләтелгән 8 прививка сертификатының ғәмәлгә яраҡһыҙлығын таныу өсөн дәғүә эшмәкәрлеге ойошторҙо. Уларҙы үҙәк дауахана хеҙмәткәре 8 кешегә һатыуы асыҡланды.

Суд дәғүә ғаризаһын ентекле өйрәнгән һуң  уны тулыһынса ҡәнәғәтләндерҙе. Әлеге көндә Сибай тәфтиш бүлегендә был енәйәт эше буйынса тикшеренеү тамамланды. Енәйәт эше ғәйепләнеүсегә яза биреү өсөн ҡала прокурорына йүнәлтелде, -- ти Сибай ҡалаһы прокуроры урынбаҫары Азиф Сәлихов. -- Бындай төр енәйәткә барғандарға закон тарафынан 2 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү янай. Әгәр ҙә һеҙ коррупцион хәлдәр тураһында хәбәрҙарһығыҙ икән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ. Шулай уҡ прокуратураға ла. Енәйәтте асыуға, уны ҡылыусыны язаға тарттырыуҙа булышлыҡ итегеҙ.

 

Енәйәти факт Федераль именлек хеҙмәте һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең берлектәге оператив-эҙләнеү эшмәкәрлеге барышында асыҡланған. Дәрәжәһе менән ҡулланған шәфҡәт туташына 2 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү янай. Ришәүәт алған өсөн 3 йылдан алып 8 йылға ҡәҙәр төрмәгә ябылыуы ихтимал.

 

Ялған сертификат һатып алыусылар ҙа Рәсәй Ферерацияһы Енәйәт кодексының 327-се статьяһының өсөнсө часына ярашлы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Ундайҙарға бер йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителеү, йә булмаһа бер йылға ҡәҙәр көсләп эшләтергә ҡушыу язаһы янай.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: