АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
28 Март 2022, 09:48

Алдаҡҡа ышанып, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә А. исемле кеше мөрәжәғәт итте. Ул Юла сайты аша 2 мең һумлыҡ тауар һатырға теләп, һылтанма аша үткән. Унан һорауҙары буйынса банк картаһы һандарын күрһәтеүе була, мутлашыусылар уның иҫәбенән 35 мең һум аҡсаһын үҙҙәренә күсереп тә

Юла—Рәсәйҙә иң эре виртуаль иғландар майҙансығы. Бында ла, Авитолағы кеүек үк тауар һатыусылар, һатып алыусылар ғына түгел, аферистар ҙа етерлек. Улар кеше иҫәбенә байыр өсөн төрлө хәйләле схемалар уйлап табып ҡына тора.

Юлала муттарҙың иң таралған алдаҡ ысулы—алдан аҡса түләтеү. Һатыусы тауарына алдан аҡса алғас та үҙенең аккаунтын юя йәки һатып алыусыға яуап биреүҙән туҡтай.

Алдашыусылар кешеләрҙең иғтибарын арзан хаҡтарға йүнәлтә. Түләүҙәрҙе атҡарыу өсөн электрон почта һорайҙар. Улар почтаға ысынлап та, Юланың фирмалы логотибы булған һылтанма ебәрә. Әммә был уларҙың ғына һылтанмаһы һәм ул, әлбиттә, муттар доменына илтә. Шуға ла бындай сайттарға аҡса күсермәүегеҙ хәйерле.

Тағы ла Юлала һатыусыларҙы алдауҙың бер нисә схемаһы бар:

-Һатып алыусылар түләүҙе атҡарыу өсөн карта һандарын һорай.

-Һатыусы СМС кодты әйтергә тейеш, йәнәһе лә шунһыҙ аҡсаны күсереп булмай.

-Тоҙаҡҡа эләгеүсе кодты әйтә.

-Аферистар иҫәп яҙмаһына инә һәм карталағы аҡсаны үҙ иҫәбенә күсерә.

Нисек уларҙың ауына эләкмәҫкә?

Юла менән эш иткәндә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:

-Алдан аҡса түләмәҫкә, хатта һеҙгә аҡса күсеү тураһында СМС-хәбәр йәки чектың фотоһы килһә лә;

-Үҙегеҙҙең банк картаһының номерын берәүгә лә әйтмәгеҙ, паспортығыҙҙың фотоһын берәүгә лә ебәрмәгеҙ;

-Ҡулланыусы ебәргән һылтанмалар аша үтмәгеҙ.

Зүлиә Торомтаева, полиция майоры.

ә һеҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккәнегеҙ бармы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева
Читайте нас: