АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
18 Февраль 2022, 08:00

Эш кәрәкһә

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш тәфтиш идаралғы тәүтәфтиш органдары хеҙмәтенә следователь вазифаһына кандидаттар ҡабул итә.

Эш кәрәкһә
Эш кәрәкһә

Эшкә урынлаштырыу, хеҙмәт итеү, ташламалар һәм социаль гарантиялар 2011 йылдың 30 ноябрендәге 342-се “Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары хеҙмәт һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закондары акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федералаь законға ярашлы атҡарыла.

Кандидаттарға талаптар:

- 39 йәшкә тиклем

- Рәсәй Федерацияһы гражданы

- юғары юридик белем

- һаулығы торошо буйынса эске органдар хеҙмәтенә яраҡлылыҡ

-енәйәт эшенә тарттырылмау

- ир-егеттәр өсөн Рәсәй Федерацияһының хәрби көстәре сафында хеҙмәт үтеү

 

Эш хаҡы 34000 һумдан алып.

Ғәмәлдәге Ферераль законға ярашлы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә социаль гарантиялар ҡаралған:

- түләнгән төп отпускының оҙонлоғо40 көн һәм унан да күберәк;

- Рәсәй Федерацияһы биләмәләрендәге ял итеү урындарына хеҙмәткәргә һәм уның ғаиләһенең тағы ағзаһына теләгән транспортында бушлай барыу һәм ҡайтыу (йылына бер мәртәбә);

- шәхси торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) бер тапҡыр тапҡыр бирелә торған социаль түләү юллау мөмкинлеге (10 йыл хеҙмәт иткәндән һуң);

- 5. ҡуртымға алған торлаҡҡа түләүҙе аҡсалата компенсациялау;

- хеҙмәткәрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген страховкалау;

- Рәсәй эске эштәр министрлығының ведомстволы медицина учреждениеларында бушлай медицина һәм санатор-курорт хеҙмәтләндерелеү, унда барыуға тотонолоған юл сығымын түләү;

- 20 йыл эшләгәндән һуң пенсияға сығыу мөмкинлеге бар.

 

Эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса эш көндәрендә 09.00 сәғәттән алып 18.00 сәғәткә ҡәҙәр Башҡортостан Республикаһы эске эштәр министрлығы баш тәфтиш идаралығының шәхси состав менән эшләү буйынса бүлексәһенең 8 (347) 279-47-83, 8 (347) 279-42-21 телефондарына шылтыратырға.

 

Автор:Гульдар Кадаева