Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
18 Ғинуар 2022, 14:45

Юлда ла алдайҙар

Алыҫ сәфәргә юлланыр алдынан BlaBlaCar төркөмө аша аэропортлы ҡалаға барып етер өсөн транспорт эҙләнем. Таптым, аҡсаһын түләнем. Тик бына тәғәйенләнгән ваҡытта автомобиль водителе мине килеп алманы, телефоны ла һүнгән булып сыҡты.

Юлда ла алдайҙар
Юлда ла алдайҙар

Замана технологиялары алға китешкән һайын мутлашыусылар ҙа уға яраҡлашып, кеҫәләрен ҡалынайта. Пассажирҙар ташыу менән булышҡан BlaBlaCar хеҙмәтендә лә мутлыҡтар күбәйҙе. Мәкерле әҙәмдәр юлаусылар төркөмөнә теркәлеп, ҡорбандарына фишинглы сайт аша алдан өлөшләтә аҡса индереүҙе талап итә. Улар BlaBlaCar төркөмөнә машинала буш урын барлығын белгертеп яҙа, хаҡтарҙы ла бик бесмәй. Юлаусы иғлан аша урын белешһә, уға BlaBlaCar сайты чаты аша ватсап мессенджерына яҙығыҙ тип телефон һаны ебәрәләр. Улар пассажирҙар менән яҡшы итеп аралаша, хатта үҙҙәре юл мәшәҡәттәре тураһында бәйән итә. Һүҙ билет алыуға барып етһә, BlaBlaCar аша һылтанма буйынса үтеп түләргә тәҡдим итә. Ысынында BlaBlaCar бер ваҡытта ла билет һатмай. Мутлашыусылар түләүҙе атҡарырға тәҡдим иткән сайттың адресы рәсми сайттыҡынан ныҡ айырыла. Һылтанма аша үтеп инһәң, исем-шәрифеңде, бәйләнеш өсөн белешмәләр һорайҙар. Иғтибар итегеҙ--ысын BlaBlaCar сайты кеүек профилгә инеүҙе түгел, ә мәғлүмәт биреүҙе генә һорайҙар. Пассажир анкета тултырып бөтһә уны мутлашыусылар сайтындағы түләү формаһына йүнәлтәләр. Ошонда ҡорбан үҙ банк картаһының белешмәләрен индерһә, юл өсөн кәрәкле сумманан ғына түгел, картаһында булған аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Ялған водитель пассажирҙан үҙенә кәрәген алғас та телефонын һүндерә.

Рәсәй эске министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге ошондай тоҙаҡтарға эләкмәҫ өсөн бик һаҡ булырға кәңәш итә.

Зүлиә Торомтаева, полиция майоры.

 

Автор:Гульдар Кадаева