Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
14 Ғинуар 2022, 15:35

Аҡсағыҙ үҙ мәнфәғәтегеҙгә яҙһын тиһәгеҙ

Сибай ҡалаһында йәшәүсе йәш ир (ике бәләкәй бала атаһы) инвестиция юлы менән килем алырға теләп, мутлашыусылар тоҙағына эләгә һәм банктан 1000000 һум кредит алып уларҙың иҫәбенә күсерә. Артабан унан аҡсаны һаҡлау хеҙмәтенә тағы 4000 доллар күсереүен һарағастар, ул хәлде аңлап ҡала.

Аҡсағыҙ үҙ мәнфәғәтегеҙгә яҙһын тиһәгеҙ
Аҡсағыҙ үҙ мәнфәғәтегеҙгә яҙһын тиһәгеҙ

Һуңғы арала аҡсаны инвестициялау йәһәтенән электрон платформала криптовалюта һатыу популярлашып китте. Аферистарҙың ҙур килем вәғәҙә итеүенә ҡабыусылар шикле инвестицион фондтарға күп итеп аҡса индерә һәм “тишек кәритә” янында ултырап ҡала.

Сибай ҡалаһында йәшәүсе йәш ир (ике бәләкәй бала атаһы) инвестиция юлы менән килем алырға теләп, мутлашыусылар тоҙағына эләгә һәм банктан 1000000 һум кредит алып уларҙың иҫәбенә күсерә. Артабан унан аҡсаны һаҡлау хеҙмәтенә тағы 4000 доллар күсереүен һарағастар, ул хәлде аңлап ҡала.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге иҫкәртә: шикле инвестицион фондтар һәм брокер ойошмаларҙан һаҡ булығыҙ. Үҙ иҫәбегеҙ менән берәүгә лә идара итерлек мөмкинлек бирмәгеҙ! Алданмағыҙ! Шунда аҡсағыҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.

Ришат Вафин, Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең тикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары.

Автор:Гульдар Кадаева