Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
23 Декабрь 2021, 13:40

Һалымыңды түлә лә тыныс йөрө

1 декабрҙә мөлкәт өсөн һалым түләүҙең ваҡыты сыҡты. Бурыстарын ваҡытында түләмәүселәргә яза биреү маҡсатынан ҡаланың суд приставтары һәм һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты.

Һалымыңды түлә лә тыныс йөрө
Һалымыңды түлә лә тыныс йөрө

Рейд барышында һалымын ваҡытында түләмәүсенең автомобиленә арест һалынды.

Йыл башынан алып Сибай ҡала суд приставтары һалым буйынса бурыстары булыусыларға ҡарата 2704 башҡарма производствоһы асҡан. Бурыстың дөйөм суммаһы 82 миллион һум тәшкил итә.
--Бурыслы кешенең ҡайҙа йәшәүе, йөрөүе тураһында белешмә йыйҙыҡ. Әммә барлыҡ адрестар буйынса йөрөп сыҡһаҡ та автомобилде тап итә алманыҡ. Шуға ла машинаны эҙләүгә ҡуйҙыҡ. Эҙләү барышында  автомобиль табылды һәм уға арест һалынды. Дәүләт номерҙары сисеп алынды.

Һалымын түләмәй ҡасып йөрөүсегә бурысын тулыһынса ҡаплау талабы ҡуйылды. Был талапты үтәүгә уға 7 көн бирелде. Әгәр ҙә ошо билдәләнгән ваҡыт эсендә ул бурысын түләмәһә Рәсәй Федерацияһы КОАП-ының 17-14 статьяларына ярашлы протокол төҙөлә һәм уның техникаһы һатыуға сығарыла. Әгәр уны һатып алһалар, аҡса беҙҙең хеҙмәттең депозит иҫәбенә күсә. Артабан иһә ул аҡсаны беҙ һалым инспекцияһына бурысты ҡаплау өсөн ебәрәбеҙ, -- тине суд пристав-башҡарыусыһы Ирина Чернова.

Мөлкәт өсөн һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла тигән кеүек, автомобиль өсөн дә һалымыңды түлә һәм юлдар буйлап тыныс елдер.

Автор:Гульдар Кадаева