АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
23 Сентябрь 2021, 14:50

Аҡса, алтын урынына—бәҙрәф ҡағыҙы

18 сентябрҙә Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә өлкән йәштәге кеше мөрәжәғәт итә. Ул милләте сиғанға оҡшаған ҡатындар 30 мең аҡсаһын һәм алтын әйберҙәрен урлауын хәбәр итә. Нимәһе ҡыҙыҡ—уны үҙ өйөндә талағандар. Шул уҡ ваҡытта торлағын берәү ҙә емереп инмәгән. Зыян күреүсе һөйләүенсә, был ҡатындар уның тиҙ ышаныусанлығы менән файҙаланған. Домофонға шылтыратып исем-шәрифе менән өндәшкәс, ул танышымдыр тип фатирын асҡан. Беренсе тапҡыр ингәндәрендә янында туғаны булғас, сиғандар торлаҡта оҙаҡ тормай. Туғаны сығып киткәс, мутлашыусылар кире боролоп инә һәм ҡуртымға бүлмә биреү бирмәүе менән ҡыҙыҡһына.

Аҡса, алтын урынына—бәҙрәф ҡағыҙы
Аҡса, алтын урынына—бәҙрәф ҡағыҙы

Сибайҙа мутлыҡ осраҡтары көндән-көн күбәйә. Әлеге мәлдә ҡалала 165 ошондай енәйәт теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, мутлыҡ ҡылыусылар уғрылыҡҡа ла өлгәрә, хатта йортоғоҙға үтеп инеүҙәре лә ихтимал. Ошо көндәрҙә 81 йәшлек оло кешене өйөндә “тишек кәмәгә” ултыртҡандар.

18 сентябрҙә Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә өлкән йәштәге кеше мөрәжәғәт итә. Ул милләте сиғанға оҡшаған ҡатындар 30 мең аҡсаһын һәм алтын әйберҙәрен урлауын хәбәр итә. Нимәһе ҡыҙыҡ—уны үҙ өйөндә талағандар. Шул уҡ ваҡытта торлағын берәү ҙә емереп инмәгән. Зыян күреүсе һөйләүенсә, был ҡатындар уның тиҙ ышаныусанлығы менән файҙаланған. Домофонға шылтыратып исем-шәрифе менән өндәшкәс, ул танышымдыр тип фатирын асҡан. Беренсе тапҡыр ингәндәрендә янында туғаны булғас, сиғандар торлаҡта оҙаҡ тормай. Туғаны сығып киткәс, мутлашыусылар кире боролоп инә һәм ҡуртымға бүлмә биреү бирмәүе менән ҡыҙыҡһына.

--Әле ваҡытта мутлыҡ ҡылыусыларҙың ҡорбаны хаҡында мәғлүмәтте ҡайҙан алыуҙары билдәһеҙ килеш ҡала. 17 сентябрь шик аҫтындағы ҡатындарҙың “Учкудук” кафеһына инеп тамаҡ ялғыуы билдәле. Шунан һуң эҙҙәре яҙлыға. Моғайын улар йоҡлап сығыу өсөн ҡуртымға бүлмә алғандыр тигән фекер бар, -- Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары, тикшереү бүлеге начальнигы Денис Ғөбәйҙуллин.

Фатирға ингәндәрендә ҡатындар хужабикәгә өйҙә ҡара көстәр булыуын һәм унан бушлай ҡотолдорасаҡтарын белгертә. Артабан уларҙың береһе төрлө доғалар уҡый һәм аҡса, алтындарын сығарырға ҡуша. Быларҙың бөтәһен дә сиған ҡағыҙға төрә һәм шкафҡа һала. Хужабикәгә төргәккә өс көн теймәҫкә ҡуша. Ҡатындар сығып киткәс ул төргәкте алып ҡараһа уның эсендә бәҙрәф ҡағыҙы ятыуын күрә.

Әле ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре мутлыҡ ҡылыусыларҙы эҙләй. Өс ҡатын һәм бер водитель ирҙең бер төркөм булып йөрөүе ихтимал. Әгәр ҙә ошо билдәләргә тап килеүселәр ҡуртымға торлаҡ алыуҙары хаҡында хәбәрҙар булһағыҙ, Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә хәбәр итегеҙ.

 

Автор:Гульдар Кадаева