АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
15 Сентябрь 2021, 16:00

Танышыу, ҡауышыу яҡшы ла ул, аҡсаһыҙ ҡалыу яман

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә А.исемле ир-егет мөрәжәғәт иткән. Ул “Друг вокруг” интернет сайтында ғаилә ҡороу маҡсатынан бер ҡыҙ менән танышҡан. Яҙышыу ваҡытында ҡыҙҙың финанс яғынан ҡытлыҡ килеп тыуған. Йәш егет уға ярҙам итергә теләп, банк картаһының һандарын һәм сvс кодын әйткән. Шунан һуң егеттең картаһынан 50000 һум аҡсаһы юҡҡа сыҡҡан. Тулыраҡ сайтта.

Танышыу, ҡауышыу яҡшы ла ул, аҡсаһыҙ ҡалыу яман
Танышыу, ҡауышыу яҡшы ла ул, аҡсаһыҙ ҡалыу яман

Танышыуҙар сайтында нисек һемәйтәләр?

Танышыуҙар сайты башлыса яңғыҙаҡтарға үҙ парҙарын табыу өсөн булдырылған. Әммә ошондай интернет-порталдар мутлашыусыларҙың еңел табыш алыу сығанағы ла. Аферистар ундай сайттарҙы нисек файҙалана? Ҡорбандарын улар нисек алдай һәм нисек яуыздарҙың ауына эләкмәҫкә?

Мутлыҡ ҡылыусылар сайттарға төрлө юлдар менән үтеп инә. Уларҙың бер нисә эш итеү схемаһы бар, шуларҙы аңлап алһағыҙ, бер ҡасан да алданмаҫһығыҙ.

Ҡайһы бер осраҡта йәлләтеү алымын оҫта ҡулланалар. Был ысул бер-береһе менән яҡшы аралашыусылар, бер-береһенә ышаныс белдереүселәр араһында ҡулланыла. Мәҫәлән, икеһе ике төбәктә йәшәгән ир менән ҡатын осрашырға ҡарар итә. Шул ваҡытта уларҙың береһе икенсеһенә шылтыратып вокзалда уның сумкаһын урлауҙарын, ә унда аҡсаһы ятыуын белгертә. Ҡатын йәки ир билет алыу өсөн уның картаһына аҡса күсереүҙе һорай. Форсаты сыҡҡас та аҡсаны ҡайтарырға вәғәҙә итә.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә А исемле граждан мөрәжәғәт итте. Ул “Друг вокруг” интернет сайтында ғаилә ҡороу маҡсатынан бер ҡыҙ менән танышҡан. Яҙышыу ваҡытында ҡыҙҙың финанс яғынан ҡытлыҡ килеп тыуған. Йәш егет уға ярҙам итергә теләп, банк картаһының һандарын һәм сvс кодын әйткән. Шунан һуң егеттең картаһынан 50000 һум аҡсаһы юҡҡа сыҡҡан.

Ошондай күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн ябай инструкцияны үтәргә саҡырабыҙ. Шул саҡта картағыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлектә булырһығыҙ.

*Яңы танышығыҙ хаҡында мәғлүмәт туплағыҙ, интернетта поисовикка исем-шәрифен яҙығыҙ, фотоһын күрһәтегеҙ. Мутлашыусылар күп осраҡта сит кешеләрҙең фотоларын интернеттан алып ҡуллана;

*Бер кемгә лә үҙегеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе, телефон һәм банк иҫәбе һандарын әйтмәгеҙ.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге ошондай ябай ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, донъяғыҙ имен, аҡсағыҙ теүәл буласаҡ тип иҫкәртә. Уяу булығыҙ, мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ!

Фото: интернет селтәренән алынды.

Зүлиә Торомтаева.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең өлкән оперуполномоченныйы, полиция майоры.

Автор:Гульдар Кадаева