АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
31 Август 2021, 12:00

Етешһеҙлектәр бар

Сибай ҡала хакимиәте, һалым инспекцияһы, халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә формаль булмаған мәшғүллек һәм хеҙмәт хаҡын йәшереп түләү осраҡтарын асыҡлау маҡсатында рейдҡа ойошторҙо.

Етешһеҙлектәр бар
Етешһеҙлектәр бар

--Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә иң төп бурыс булып формаль булмаған мәшғүллекте һәм хеҙмәт хаҡын йәшертен түләүҙе асыҡлау тора. Хөкүмәттең 2015 йылдың февралендәге ҡарарына ярашлы хеҙмәт мөсәбәттен легаллаштереү, легаль булмаған мәшғүллекте, йәшертен эш менән тәьмин итеүҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә дәүләттең бюджеттан тыш фондтарына иғәнә туплау өсөн координацион советының эш төркөмдәре булдырылды. Бындай төркөм беҙҙең ҡалала ла бар. Халыҡ мәшғүллеге, һалым инспекцияһы, ҡала хакимиәте, эске эштәр министрлығы вәкилдәре менән берлектә эшләп, йыш ҡына рейдтар ойошторабыҙ,-- ти Сибай ҡала хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм сауҙа бүлеге начальнигы Евгений Тингаев.

Рейд барышында төркөм 4 төрлө нөктәне: сауҙа үҙәктәрен, магазин һәм шәхси заправкаларҙы тикшерергә тейеш ине. Иң беренсе булып улар ҡалала билдәле сауҙа селтәренә юлланды. Бында һатыусының алмашсыһы булмау сәбәпле, уның аҙна буйы яңғыҙ эшләүе асыҡланды. Ошо арҡала ул хеҙмәт кодексы буйынса билдәләнгәндән тыш артыҡ сәғәттәр эшләргә мәжбүр булған. Шул уҡ селтәрҙең икенсе магазинында 2 һатыусы эшләй. Уларҙың береһе шулай уҡ бер аҙна алмашсыһыҙ булған. Икенсеһенең стажировка үтеп йөрөүе асыҡланды. Ике нөктәлә лә етешһеҙлектәр асыҡланғанға күрә төркөм етәксе менән күрешеп һөйләшеү маҡсанынан ошо уҡ селтәрҙең өсөнсө магазинына барҙы. Уны эш урынында осрата алманылар, әммә бәйләнеш өсөн телефонын алдылар.

Артабанғы ике тикшереү объекты ла ябыҡ булып сыҡты. Ни өсөн эшләмәүҙәрен асыҡларға тырышыу һөҙөмтә бирмәне.

--Өс сауҙа нөктәһен, заправканы ҡарағандан һуң күп кенә етешһеҙлектәр асыҡланды. Уларҙы бөтөрөү өсөн етәкселәрҙең барыһы ла ҡала хакимиәтенә саҡырылды. Улар менән хеҙмәт шарттары буйынса етди һөйләшеү буласаҡ,--тине рейд һуңында Евгений Тингаев.

 

Тикшереү барышында асыҡланған закондан ситкә тайпылыуҙар тураһында халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә һәм ҡала прокуратураһына хәбәр ителде. Координация советы төркөмө былтыр ҡалала 432 кешене легаль эш хаҡы алыуға өлгәштергән. Быйыл иһә 226 кеше конверттағы эш хаҡынан ҡотолған. Бынан тыш, төркөм шәхси эшҡыуарҙар, предприятие етәкселәре, эшселәр менән даими аңлатыу эштәре алып бара. 2-55-49 телефон һандарында ҡыҙыу линия эшләй. Граждандар унда шылтыратып хеҙмәт нормаларынан тайпылыу буйынса етешһеҙлектәр хаҡында белгертә ала.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

 

Автор:Гульдар Кадаева