АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
16 Август 2021, 13:55

ТАЛАПТАРҘЫ ҮТӘМӘҮ БӘЛӘГӘ КИЛТЕРӘ

Ҡала урамынан йөрөгәндә шуға иғтибар итәм: велосипедлылар бөтөнләй юл ҡағиҙәһен белмәй, йә белһә лә талаптарҙы үтәмәй. Йәйәүлеләр сыға торған урында һәр кем велосипедынан төшөп, унан йәйәү үтергә тейеш. Ләкин ҡайһы берәүгә закон булды ни ҙә, булманы ни. Ололар аңламағас, балаларға нисек аңлатмаҡ кәрәк?

ТАЛАПТАРҘЫ ҮТӘМӘҮ БӘЛӘГӘ КИЛТЕРӘ
ТАЛАПТАРҘЫ ҮТӘМӘҮ БӘЛӘГӘ КИЛТЕРӘ

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, республикала хәлдәр шәптән түгел. Статистика һандары һөйләүенсә, балалар ҡатнашлығында юл-траспорт  ваҡиғаһы бик йыш теркәлә. Быйылғы 6 айҙа велосипедлы 5 бала, йәйәүле—1, электро-самокат менән идара итеүсе 1 бала һәләк булған.

Балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, уҡыу йылы башланыр алдынан, 16 августан 10 сентябргәсә “Иғтибар, балалар” профилактик акцияһы уҙғарыла.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ. Ҡайҙан теләй—шунан юл аша сығыуы бәлә менән тамамланыуы ихтимал. Велосипедта ҡала урамдары буйлап 14 йәше тулған балалар ғына йөрөй алыуын иҫтән сығармағыҙ. Автомобиль салонында махсус ҡайыш менән бәйләп ултыртығыҙ. Ҡараңғы төшкәс тә балаларҙы урамға сығармаҫҡа кәңәш ителә. Сыға икән, кейемендә йә сумкаһында яҡтылыҡ сағылдырыусы әйбер булһын. Велосипедлы балағыҙ йәрәхәтләнмәһен өсөн шлем, тубыҡ һәм терһәгенә махсус әйбер (наколенник, налокотник) кейҙерегеҙ.

Автор:Резеда Валиева