Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
27 Июль 2021, 16:00

Ялған справка сирҙән һаҡламай

Сер түгел, коронавирусҡа күмәк вакцинация уҙғарыуға күптәр ҡаршы. Хатта уны яһатыу, яһатмау тәңгәлендә мутлыҡ осраҡтары теркәлә башланы. Прививка яһатыу тураһындағы ялған справка нимә менән хәүеф тыуҙыра?  Тулыраҡ сайтта.

Ялған справка сирҙән һаҡламай
Ялған справка сирҙән һаҡламай

Асыҡ сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, Рәсәй эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса бүлеге вакцинация үтеү тураһында ялған справкаларға бәйле 30 енәйәт эше асҡан. Тап ошондай ялған справкалар йәмғиәттә низағ тыуҙыра. Әгәр ҙә шундай ялған танытмалы кеше коронавирус сире йоҡтороп, һөҙөмтәлә вафат булһа, һәр кемдә вакцина беҙҙе ауырыуҙан һаҡламай тигән фекер тыуа. Мутлыҡ осраҡтары Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә киң таралған. Ошонан сығып сит илдәр беҙҙең ил өсөн сиктәрен яба ла инде. Дөйөм алғанда, бындай алдаҡ осраҡтары яҡшылыҡҡа илтмәй. Мутлыҡҡа барыусыларға үҙ намыҫы алдында ғына түгел, закон алдында ла яуап бирергә тура киләсәк.
--Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында яһалма справкаларға бәйле мутлыҡтар теркәлмәгән. Дөйөм алғанда ялған документтар менән эш итеүселәр Рәсәй Федерацияһы енәйәт кодексының 327-се статьяһына ярашлы яуапҡа тарттырыла. Йәғни ялған документтар яһау, уларҙы әйләнешкә индереү,  атап әйткәндә дәүләт наградалары, штамп, мисәт, бланк, вакцинация тураһында справка эшләгән өсөн максималь язаға дусар булыу – 2 йылға ҡәҙәр иректән мәхрүм ителеү мөмкин. Ялған документ һатыусыларҙың хеҙмәттәре менән ҡулланыусылар иһә 1 йылға ҡәҙәр иркен юғалтыуҙары ихтимал, -- ти Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса дознание бүлегенең өлкән дознавателе Илдар Исхаҡов

Пандемия осоро сикләүҙәрен урап үтергә теләп ялған сетификат биргән медицина хеҙмәткәре генә түгел, уны алыусы кеше лә яуапҡа тарттырыла. Ошонан сығып та күп кенә ерҙәрҙә прививкаһыҙ йәмәғәт урындарына барыу, эшкә урынлашыу ауырлаша. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһында иммунизация башланған алып 10 меңгә яҡын кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Гульдар Кадаева