АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
7 Июль 2021, 12:00

КЕМ ХАҠЛЫ?

Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек һаттылар, штраф һалдылар һәм ике көнгә яптылар…

Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек һаттылар, штраф һалдылар һәм ике көнгә яптылар…
Бына шулай ҙа була икән ул! Әгәр магазинға барғанда аҙыҡ-түлектең ҡулланыу ваҡытын ҡарамай алһаң, чегын үҙең менән алмаһаң…
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе йәш ир супермаркетҡа бара һәм күп итеп аҙыҡ-түлек һатып ала. Ҡайтып ҡараһа, барыһының да ҡулланыу срогы сыҡҡан була. Аптырап кире магазинға юллана. Тик унда һатыусылар унан чек таптыра. “Мин бит яңы ғына һеҙҙән сыҡтым, иҫләйһегеҙҙер бит”, --тип әйтеүе уға ярҙам итмәй. Ныҡышып тороуын дауам иткәс, магазин хеҙмәткәре (ир кеше) быны эткесләп-төрткөсләп ишеккә этә башлай. Былай ҙа асыуы ҡайнаған һатып алыусы түҙә буламы? Теге хеҙмәткәрҙе осора һуға ла ҡуя. Һөҙөмтәлә, һатып алыусыны хоҡуҡ һаҡлау органдары ике көнгә ябып ҡуя. Етмәһә, 2 мең һум күләмендә штраф һалына.
Ә был мәлдә йәш кәләш бөтөнләй аптырауға ҡала. Магазинға киткән ире ғәйеп булһын әле! Исмаһам, телефонын да үҙе менән алмаған. Көтөп-көтөп көтөк булған кәләш ноҡот һалыусыға мөрәжәғәт итә. Уныһы: “Ҡайта, имен-һау ул, тупһаңа төшөп кенә тора. Полиция тирәһен барып эҙлә”,--тип кәңәш бирә.
Ҡатын полицияға йыйына башлағанда ғына ире ҡайтып та инә.
Бына шулай. Бер уйлаһаң, ябай ғына тормош күренеше кеүек. Әммә беҙ быны яҙабыҙ. Һабаҡ алығыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Ҡулланыусылар хоҡуғын белмәү, магазинда чек алмау нимәгә илткәнен аңлағыҙ.
Бында бар бәләнең башы һатыусыларҙың мутлашыуынан килә. Үҙ килемдәрен уйлап, ҡулланыу срогы сыҡҡан ризыҡты ташлама менән булһа ла “осороу” яғына ҡараған намыҫһыҙ һатыусыларға (бәлки, өҫтән, йәғни маркет хужаһы шулай ҡушалыр) ышанырға ярамай. Әйбер һатып алаһығыҙ икән, мотлаҡ чек алығыҙ. 14 көн эсендә һеҙ алған әйберҙе кире ҡайтарып бирергә хоҡуҡлы. Ә аҙыҡ-түлектең ҡулланыу срогын магазинда уҡ тикшереү хәйерле булыр.
Автор:Резеда Валиева